1
Матфей 18:20
Инжил
Сөнки Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын.
Compare
Explore Матфей 18:20
2
Матфей 18:19
Тағы һеҙгә әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, Күктәге Атамдан ни генә һораһағыҙ ҙа, Ул уны эшләйәсәк.
Explore Матфей 18:19
3
Матфей 18:2-3
Ғайса бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.
Explore Матфей 18:2-3
4
Матфей 18:4
– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө.
Explore Матфей 18:4
5
Матфей 18:5
Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.
Explore Матфей 18:5
6
Матфей 18:18
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе күктә Алла рөхсәт итәсәк.
Explore Матфей 18:18
7
Матфей 18:35
Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.
Explore Матфей 18:35
8
Матфей 18:6
Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
Explore Матфей 18:6
9
Матфей 18:12
Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән?
Explore Матфей 18:12
Home
Bible
Plans
Videos