1
Марк 10:45
Инжил
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде.
Compare
Explore Марк 10:45
2
Марк 10:27
Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға мөмкин. Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин, – тине.
Explore Марк 10:27
3
Марк 10:52
Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе.
Explore Марк 10:52
4
Марк 10:9
Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.
Explore Марк 10:9
5
Марк 10:21
Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде. – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға.
Explore Марк 10:21
6
Марк 10:51
– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.
Explore Марк 10:51
7
Марк 10:43
Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын
Explore Марк 10:43
8
Марк 10:15
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.
Explore Марк 10:15
9
Марк 10:31
Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.
Explore Марк 10:31
10
Марк 10:6-8
Тәүҙән үк, бөтөн нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты». «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн.
Explore Марк 10:6-8
Home
Bible
Plans
Videos