1
Башланмыш 18:14
Башкирский ВЗ (неполный)
Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.
Compare
Explore Башланмыш 18:14
2
Башланмыш 18:12
Сара эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам дә ҡарт», – тип уйланы.
Explore Башланмыш 18:12
3
Башланмыш 18:18
Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.
Explore Башланмыш 18:18
4
Башланмыш 18:23-24
Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. – Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?
Explore Башланмыш 18:23-24
5
Башланмыш 18:26
– Әгәр Содомда тәҡүә илле кешене тапһам, улар хаҡына был ҡаланы аярмын, – тип яуап бирҙе Раббы.
Explore Башланмыш 18:26
Home
Bible
Plans
Videos