Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә
Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Раббы.
Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр,
Баш эйһен һиңә ырыуҙар.
Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин,
Әсәң уландары һиңә баш эйер.
Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр,
Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»