Әммә Петрус:
– Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. – Һатҡанға тиклем дә был ер һинеке ине, һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке булып ҡалды бит. Ни өсөн мутлашырға уйланың? Бының менән һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.