1
Яхъя 11:25-26
Изге Яҙма
Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.
Compare
Explore Яхъя 11:25-26
2
Яхъя 11:40
Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.
Explore Яхъя 11:40
3
Яхъя 11:35
Ғайса илап ебәрҙе.
Explore Яхъя 11:35
4
Яхъя 11:4
Ғайса быны ишеткәс: – Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине.
Explore Яхъя 11:4
5
Яхъя 11:43-44
Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине. Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса: – Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.
Explore Яхъя 11:43-44
6
Яхъя 11:38
Ғайса, тағы ла нығыраҡ көйөнөп, ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.
Explore Яхъя 11:38
7
Яхъя 11:11
Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.
Explore Яхъя 11:11
Home
Bible
Plans
Videos