Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.
Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды:
– Эйе, теләйем, таҙарын!
Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты.