1
Маркус 6:31
Изге Яҙма
– Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға. Сөнки халыҡ килеп-китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине.
Compare
Explore Маркус 6:31
2
Маркус 6:4
– Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине Ғайса уларға.
Explore Маркус 6:4
3
Маркус 6:34
Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.
Explore Маркус 6:34
4
Маркус 6:5-6
Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө.
Explore Маркус 6:5-6
5
Маркус 6:41-43
Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Икмәк һыныҡтарын һәм ҡалған балыҡты ун ике кәрзингә тултырып алдылар.
Explore Маркус 6:41-43
Home
Bible
Plans
Videos