Ғәмәлдәр 2
2
Изге Рухтың инеүе
1Уңыш байрамы#2:1 Уңыш байрамы – был байрам Ҡотҡарылыу байрамынан һуң илле көн үткәс үткәрелгән һәм илленсе көн байрамы булараҡ билдәлелек алған. еткәндә иман тотоусыларҙың барыһы ла бергә ине. 2Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар булған йорт шул тауыш менән тулды. 3Иман тотоусылар араһында ялҡын телдәре һымаҡ телдәр күренде, ул телдәр айырылып, уларҙың һәр ҡайһыһына берәмләп ҡунды. 4Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. 5Иерусалимда иһә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине. 6Тауышҡа йыйылған халыҡтың иҫе китте, сөнки һәр кем иман тотоусыларҙың уның үҙенең телендә һөйләүен ишетте. 7Улар тамам аптырап:
– Был һөйләүселәрҙең барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тинеләр. – 8Нисек инде һәр кемебеҙ уларҙың үҙ туған телебеҙҙә һөйләүен ишетә? 9Беҙҙең арала Парфия, Мидия, Елам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадокияла, Понтта, Асия өлкәһендә, 10Фригияла, Памфилияла, Мысырҙа һәм Ливияның Киринеяға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, 11крит һәм ғәрәбстандар, йәһүдтәр, йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың бөйөк эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!
12Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә:
– Был нимәне аңлата икән? – тиеште.
13Ә ҡайһы берҙәре:
– Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө.
Петрҙың Уңыш байрамында һөйләгән вәғәзе
14Петр иһә ун бер илсеһе менән бергә тороп баҫты ла ҡысҡырып һөйләй башланы.
– Йәһүд халҡы һәм Иерусалимда йәшәгән барлыҡ кешеләр! Мин һеҙгә бының ни икәнен аңлатып бирермен. Һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. – 15Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, әле сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына. 16Был хәлдәр хаҡында Алла Иоиль пәйғәмбәр аша алдан әйткән:
17«Ахырызаман килгәндә
барлыҡ кешеләргә
Үҙ Рухымды яуҙырырмын.
Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ
пәйғәмбәрлек ҡылыр.
Йәштәрегеҙ илаһи күренмештәр,
ҡарттарығыҙ әүлиә-төштәр күрер.
18Ул көндәрҙә Мин Үҙ Рухым менән
ҡолдарымды һуғарырмын –
ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы.
Һәм улар пәйғәмбәрлек ҡылыр.
19Юғарыла – күктә – мөғжизәләр,
ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен.
Ҡан, ут һәм ҡуйы төтөн булыр:
20Ҡояш ҡараңғылыҡҡа, ә ай ҡанға әйләнер.
Һәм дә Раббының көнө –
бөйөк һәм шөһрәтле көн килер.
21Раббыға мөрәжәғәт иткән
һәр кем ҡотолор».
22– Израилдәр! – тип дауам итте һүҙен Петр. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте. 23Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. 24Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине. 25Дауыт Уның тураһында былай тине:
«Мин Раббыны һәр ваҡыт үҙ алдымда күрҙем.
Ул минең уң яғымда,
шуға күрә мин икеләнмәйем.
26-27Йәнемде үлеләр донъяһында
ҡалдырмаҫһың,
Үҙ Изгеңдең тәнен
серетмәҫһең.
Шуға күрә күңелем ҡыуана,
йырым шатлыҡлы,
тәнем өмөт бағлап йәшәр.
28Һин миңә тормош юлын күрһәттең.
Мине Үҙ ҡаршыңда
шатлыҡҡа сорнарһың».
29– Туғандар! – тип дауам итте Петр. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт тураһында ҡыйыу рәүештә шуны әйтә алам: ул үлде һәм күмелде. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. 30Алла Дауыт урынына тәхеткә уның нәҫеленән береһен ултыртасағы тураһында ант иткән. Дауытҡа был ант хаҡында билдәле ине һәм, пәйғәмбәр булараҡ, 31Мәсихтең үленән тереләсәген алдан белеп, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. 32Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары. 33Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына#2:33 Уң яҡ – айырыуса мөһим, хөрмәтле урын. күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ. 34-35Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә ул:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем
Минең уң яғымда ултыр“», – тине.
36Шулай итеп, бөтөн Израиль халҡы ышанһын: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хужа һәм Мәсих итте.
Иман тотоусыларҙың артҡандан-артыуы
37Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде:
– Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.
38– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. 39Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәүсе барса кешеләргә лә, – тип яуап бирҙе Петр.
40Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп:
– Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.
41Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иман тотоусыларға өс меңгә яҡын кеше ҡушылды.
42Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар. 43Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә һағайыу хисе уянды. 44Барлыҡ иман тотоусылар бергә булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең хәжәтенә ҡарап, бүлеп бирҙеләр. 46-47Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 2: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014