YouVersion Logo
Search Icon

Яхъя 16

16
1– Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем. 2Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар. 3Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән. 4Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.
Яҡлаусының килеүе
5Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәреүсе янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай, 6сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды. 7Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен. 8Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ: 9гонаһ – Миңә ышанмауҙарында; 10ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә; 11хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителеүҙә.
12Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ. 13Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәткә барыу юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер. 14Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине бөйөк итеп күрһәтер. 15Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем.
«Ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер»
16Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ.
17Шунан һуң ҡайһы бер шәкерттәре бер-береһенә:
– «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ» һәм: «Мин Атам янына китәм» тип әйтеүе нимә аңлата икән? 18«Бер аҙҙан» тигәне ни икән? Беҙ Уның нимә һөйләүен аңламайбыҙ! – тиештеләр.
19Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине:
– Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы? 20Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер. 21Сәғәте еткәс, бала тыуҙырыусы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тыуҙырғас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота. 22Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ. 23Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер. 24Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.
«Ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем»
25– Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен. 26Ул көндә Унан Минең исемемдән һорарһығыҙ. Мин: «Һеҙҙең өсөн Атамдан үтенермен», – тимәйем, 27сөнки Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата. 28Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.
29Шәкерттәре:
– Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. – 30Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.
31Ғайса уларға былай яуапланы:
– Хәҙер ышандығыҙмы инде? 32Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам Минең менән. 33Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!

Currently Selected:

Яхъя 16: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in