YouVersion Logo
Search Icon

Яхъя 7

7
Ғайса һәм Уның ҡустылары
1Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.
2Йәһүдтәрҙең Сатыр Ҡороу байрамы#7:2 Сатыр Ҡороу байрамы – йәһүдтәр, сүлдә йәшәгән ваҡыттарын хәтерләп, йәйгелеккә өйҙәренән сатырҙарға күсер булған. Был ваҡыт байрам иҫәпләнгән. яҡынлашҡас, 3ҡустылары Уға:
– Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен. 4Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.
5Уға хатта ҡустылары ышанмай ине.
6– Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ҡасан да ваҡыт. 7Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам. 8Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле. – 9Ғайса, шулай итеп, Галилеяла ҡалды.
Ғайса Сатыр Ҡороу байрамында
10Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте. 11Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.
12Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө. 13Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡып, бер кем дә Уның хаҡында асыҡ ҡына итеп һөйләмәне.
14Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы. 15Йәһүдтәр:
– Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
16Ғайса:
– Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән. 17Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер. 18Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ. 19Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.
20– Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?
21Ғайса һүҙен дауам итте:
– Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ. 22Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, атай-олатайҙарҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ. 23Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ? 24Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!
Ғайса – Мәсихме?
25Шунда ҡайһы бер Иерусалим кешеләре:
– Йәһүд башлыҡтары үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был? 26Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә тегеләр Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән? 27Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.
28Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән:
– Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ. 29Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.
30Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле. 31Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.
32Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.
33Шунда Ғайса:
– Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын. 34Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
35Йәһүдтәр:
– Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр? 36Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.
37Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте:
– Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен! 38Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».
39Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.
40Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре:
– Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!
41Икенселәре:
– Ул – Мәсих, – тине.
Башҡалары уларға ҡаршы төштө:
– Мәсих Галилеянан килер микән? 42Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.
43Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты. 44Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.
45Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш руханиҙар һәм фарисейҙар:
– Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.
46– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.
47– Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар. 48– Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни? 49Ә ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡарғалған.
50Араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодим – уларҙан:
51– Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса уны хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.
52Уға:
– Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.
53Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.

Currently Selected:

Яхъя 7: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in