YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 13

13
Сәсеүсе хаҡында ҡисса
1Шул уҡ көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл ярына барып ултырҙы. 2Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул кәмәгә инеп урын алды, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 3Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне:
– Бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5Башҡа бер өлөшө тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Улар, ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған. 7Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткән. 8Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән. 9Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Кинәйәле ҡиссалар һөйләүҙең маҡсаты
10Шәкерттәре Уның янына килеп:
– Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар ҡушып һөйләйһең? – тип һораны.
11– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 12Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 13Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар ҡушып һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. 14Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты:
«Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ,
ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ.
15Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты,
ҡолаҡтары көскә ишетә,
улар күҙҙәрен йомдо.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар
һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
16Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә. 17Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.
Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
18Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның ни аңлатыуын тыңлағыҙ. 19Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. 20Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 21әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә. 22Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй. 23Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде, һәм кемдеңдер уңышы йөҙләтә, кемеһенекелер алтмышлата йә утыҙлата була.
Ҡый үләне хаҡында ҡисса
24Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне:
– Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған. 25Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән. 26Үҫентеләр күтәрелеп, баш ебәргән ваҡытта, ҡый үләне лә күренә башлаған. 27Йорт хужаһының хеҙмәтселәре ҡайтып, унан: «Әфәндем, һин үҙеңдең баҫыуыңа яҡшы орлоҡ сәскәйнең түгелме һуң? Унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?» – тип һораған. 28«Был дошман эше», – тип яуап биргән йорт хужаһы. «Теләйһеңме, беҙ хәҙер барабыҙ ҙа, уларҙы утайбыҙ?» – тигән хеҙмәтселәр. 29Ләкин ул былай тигән: «Кәрәкмәй, юғиһә утаған ваҡытта ҡый үләне менән бергә игенде лә йолҡоп ҡуйыуығыҙ бар. 30Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Ураҡ өҫтөндә инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ“, – тип әйтермен».
Горчица орлоғо һәм әсетке хаҡында ҡисса
31Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне:
– Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән горчица орлоғона оҡшаған. 32Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, ә инде үҫеп еткәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡ булып, ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора.
33Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса:
– Күктәр Батшалығы әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше әҙ генә әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.
34Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға Ул ҡисса менән генә һөйләне. 35Был – пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
«Мин уларға кинәйәле ҡиссалар аша һөйләрмен,
донъя яратылған көндәрҙән бирле
йәшерен булғанды хәбәр итермен».
Ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
36Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә, өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп:
– Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирһәң ине, – тип үтенде.
37– Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. – 38Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис кешеләре, 39һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр. 40Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: 41Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып, 42янып торған утлы мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер. 43Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Йәнә өс ҡисса
44Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаш. Берәү уны тапҡан да ҡабат күмеп ҡуйған һәм, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған.
45Күктәр Батшалығы йәнә яҡшы ынйылар эҙләүсе сауҙагәргә оҡшаш. 46Ул бик ҡиммәтле матур ынйы тапҡас, ҡайтып бар мөлкәтен һатҡан да, шул ынйыны алған.
47Күктәр Батшалығы йәнә диңгеҙгә һалынған һәм төрлө балыҡ һөҙөп алынған йылымға оҡшаш. 48Йылым балыҡ менән тулғас, уны ярға тартып сығарғандар ҙа, ултырып балыҡтарҙы айырғандар. Яҡшыларын кәрзингә һалғандар, ашарға яраҡһыҙҙарын иһә ситкә ырғытҡандар. 49Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп, тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа, 50утлы мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.
51Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы?
– Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
52– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе үҙ мөлкәтенең яңыһын да, иҫкеһен дә сығарып ташлаусы йорт хужаһына оҡшаш.
Назарала Ғайсаны инҡар итеү
53Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте. 54Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтҡас, кешеләрҙе ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, тыңлаусыларҙы таң ҡалдырҙы.
– Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тиеште улар.
55– Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә лә баһа? 56Уның бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме? Шулай булғас, бының бөтөнөһө Уға ҡайҙан килгән? – тип, 57Унан йөҙ борҙолар.
– Пәйғәмбәрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙенең ғаиләһендә генә ихтирам юҡ, – тине уларға Ғайса.
58Ышанмауҙары арҡаһында Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.

Currently Selected:

Матфей 13: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in