Матфей 19
19
Өйләнешеү һәм айырылышыу тураһында
1Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы өлөшөнә йүнәлде. 2Уның артынан күп халыҡ эйәреп барҙы һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. 3Ғайса янына фарисейҙар килде. Уны һынарға теләп:
– Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.
4– Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты», – тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. – 5Алла шулай уҡ: «Шуға күрә, ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән. 6Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.
7– Ниңә һуң Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырырға рөхсәт иткән? – тине улар.
8– Ул күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә ҡатынығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Тәүҙән улай түгел ине, – тине Ғайса. 9– Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла.
10Шәкерттәре Уға:
– Ир менән уның ҡатыны араһындағы мөнәсәбәттәр улай икән, ул саҡта өйләнмәү хәйерылерәк, – тинеләр.
11– Был һүҙҙәрегеҙҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 12Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
13Шунан һуң Уның янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14Әммә Ғайса:
– Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.
15Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәс, Ул унан китте.
Бай егет
16Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп:
– Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.
17– Ниңә һин Минән изгелек хаҡында һорайһың? Изгелекле Берәү генә. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның әмерҙәрен үтә, – тине Ғайса.
18– Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет.
– «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, 19атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса.
20– Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет.
21– Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.
22Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: бик бай ине ул. 23Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын. 24Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
25Быны ишеткәс, шәкерттәре бик аптырап:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораны.
26Ғайса уларға ҡарап:
– Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин, – тине.
27Шунда Петр Ғайсаға мөрәжәғәт итте:
– Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?
28– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ. 29Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ. 30Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.
Currently Selected:
Матфей 19: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014