Матфей 22
22
Туй мәжлесе хаҡында ҡисса
1Ғайса уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне:
2– Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған. 3Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән. 4«„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән. 5Ләкин тегеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр үҙҙәренең баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән. 6Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп мыҫҡыл иткән һәм үлтергән. 7Батша ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән. 8Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты. 9Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән. 10Хеҙмәтселәр юлдарға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған. 11Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән 12һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәйенсә килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән. 13Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тигән. 14Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.
Ҡайсарға һалым түләү хаҡында һорау
15Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә икән, тип кәңәш ҡорҙо. 16Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе.
– Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың. 17Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға#22:17 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы?
18Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап:
– Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине. 19– Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ!
Уға динар килтереп бирҙеләр.
20– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса.
21– Ҡайсарҙыҡы.
– Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса.
22Уның яуабын ишеткәс, хайран ҡалдылар һәм Уны ҡалдырып киттеләр.
Саддукейҙарҙың терелеп тороу тураһында һорауы
23Шул көндө Ғайса янына саддукейҙар килде. Улар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Ғайсаға ошондай һорау бирҙеләр:
24– Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен». 25Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды. 26Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды. 27Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы. 28Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ете туғандың ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит!
29– Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 30– Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. 31Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 32«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке.
33Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.
Иң бөйөк әмер хаҡында һорау
34Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын яптырғанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. 35Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Уны һынарға теләп:
36– Остаз, ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме? – тип һораны.
37– «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – 38Был беренсе һәм иң мөһим әмер. 39Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 40Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән.
Мәсих кем Тоҡомо?
41Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса:
42– Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Тоҡомо? – тип һораны.
– Дауыт Тоҡомо, – тип яуап бирҙе улар.
43– Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хужам тип атай ала? Ул бит:
44«Раббы Аллам минең Хужама:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“»,
– тине. 45Шулай булғас, Дауыт Уны Хужам тип атай икән, нисек инде Мәсих уның Тоҡомо була ала?
46Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.
Currently Selected:
Матфей 22: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014