Матфей 7
7
Кешеләргә булған мөнәсәбәт тураһында
1Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, 2сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер. 3Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? 4Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың? 5Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың. 6Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.
«Һорағыҙ, эҙләгеҙ, шаҡығыҙ»
7Һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар. 8Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 9Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор? 10Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер? 11Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.
Алтын ҡағиҙә
12Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
Тар ҡапҡа тураһында
13Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде. 14Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.
Ағастың емешенән танылыуы
15Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. 16Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни? 17Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә. 18Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай. 19Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. 20Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.
Яуызлыҡ ҡылыусыларҙы иҫкәртеү
21Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» – тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк. 22Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хужам! Хужам! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр. 23Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен.
Ике төҙөүсе тураһында
24Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар. 25Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған. 26Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар. 27Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
28Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды. 29Ул бит уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
Currently Selected:
Матфей 7: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014

: