Башланмыш 26
26
Исхаҡ һәм Авимәләх
1Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте. 2Раббы Исхаҡҡа күренеп:
– Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә. 3Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен. 4Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр – 5атайың Ибраһим Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.
6Шулай итеп, Исхаҡ Герарҙа йәшәргә ҡалды. 7Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас:
– Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе.
Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.
8Әммә байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәгәс, пелештиҙәр батшаһы Авимәләх тәҙрәнән Исхаҡтың ҡатынын иркәләгәнен күреп ҡалды. 9Ул Исхаҡты саҡыртып алды ла:
– Ул һинең ҡатының да баһа! Ниңә уны һеңлем тип әйттең? – тип һораны.
– Уның арҡаһында мине үлтереп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтым, – тине Исхаҡ.
10– Ни эшләйһең һин? – тине Авимәләх. – Беҙҙең аранан берәйһе ҡатының менән йоҡлаған булһа, ниндәй ғәйепкә тарыр инек!
11Авимәләх бөтә халҡына шундай иғлан һалды:
– Берәйһе был кешегә йәки уның ҡатынына тейә икән, ул кеше үлемгә хөкөм ителәсәк.
12Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ иген сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды. 13Исхаҡ байығандан-байый барып, ысын байға әйләнде. 14Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы. 15Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө. 16Авимәләх Исхаҡҡа былай тине:
– Кит бынан. Һин беҙгә ҡарағанда артыҡ ныҡ көсәйҙең.
17Исхаҡ унан китеп, Герар үҙәнендә урынлашты һәм шунда сатырҙарын ҡороп ебәрҙе. 18Исхаҡ атаһы Ибраһим дәүерендә ҡаҙылған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙҙы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе. 19Бер ваҡыт уның хеҙмәтселәре үҙәндә ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарҙы, 20әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», – тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек#26:20 Эсек – йәһүд телендә «ыҙғыш» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙеләр. 21Тағы бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙылар, уның өсөн дә бәхәс сыҡты һәм уны Ситна#26:21 Ситна – йәһүд телендә «дошманлыҡ» тигән мәғәнәлә. тип атанылар. 22Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ#26:22 Реховоҫ – йәһүд телендә «иркенлек» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине.
23Исхаҡ бынан Беер-Шәвәғкә күсте. 24Шул төндә уға Раббы күренде.
– Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.
25Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште. 26Авимәләх, кәңәшсеһе Ахуззаҫ һәм ғәскәр башлығы Пихолды эйәртеп, Герарҙан Исхаҡ янына килде.
27– Ниңә килдегеҙ әле миңә? – тине Исхаҡ. – Һеҙ бит мине дошман күреп, ҡыуып ебәргәйнегеҙ!
28– Раббының һинең менән булғанын күреп торабыҙ, – тине улар, – шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк тип уйланыҡ. 29Һинең беҙгә, беҙҙең һиңә зыяныбыҙ теймәһен. Һиңә беҙ ҙә насарлыҡ ҡылманыҡ бит, яҡшылыҡ менән ебәрҙек. Хәҙер инде һин Раббының рәхмәтендә.
30Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте. 31Иртән торғас, улар бер-береһенә ант биреште. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте. 32Шул көндә үк ҡоҙоҡ ҡаҙған хеҙмәтселәр килеп, Исхаҡҡа һыу табыуҙары хаҡында хәбәр итте. 33Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шивға тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың исеме бөгөнгө көнгә тиклем Беер-Шәвәғ#26:33 Беер-Шәвәғ – йәһүд телендә «ант ҡоҙоғо» тигән мәғәнәлә..
34Ғаяз ҡырҡ йәшендә хитти Беериҙың ҡыҙы Йеһудиҫ менән хитти Элондың ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнде. 35Был ҡатындар Исхаҡ менән Рабиғаның башына бер көйөк булды.
Currently Selected:
Башланмыш 26: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.