Башланмыш 35
35
Яҡуптың Бейт-Илгә ҡайтыуы
1Алла Яҡупҡа былай тине:
– Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.
2Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине:
– Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ. 3Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.
4Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.
5Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән#35:5 Дәһшәт – руссаһы: ужас. ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.
6Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡәнғән ерендәге Луз (йәғни Бейт-Ил) ҡалаһына килде, 7шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл#35:7 Эл-Бейт-Эл – йәһүд телендә «Бейт-Илдең Аллаһы» тигән мәғәнәлә. тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.
8Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут#35:8 Аллон-Бахут – йәһүд телендә «илашыу имәне» тигән мәғәнәлә. тигән исем бирелде.
9Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә 10былай тине:
– Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел.
Ошонан башлап исемең Исраил булыр!
Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе.
11Алла уға тағы шуны әйтте:
– Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин,
Үрсемле бул, ишле бул:
Таралыр һинән халыҡ,
Бер түгел, бик күп халыҡ!
Һинән сығыр батшалар!
12Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа,
Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.
13Алла Яҡуп янынан киткәс, 14Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға таш бағана ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә түкмә ҡорбан итеп шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо. 15Яҡуп үҙе менән Алла һөйләшкән был урынды Бейт-Ил#35:15 Бейт-Ил – йәһүд телендә «Алла йорто» тигән мәғәнәлә. тип атаны.
Рәхилә менән Исхаҡтың вафаты
16Улар Бейт-Илдән китеп, Әфраҫаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды. 17Тулғаҡ ғазабынан өҙгөләнгәнендә, кендек инәһе уға:
– Ҡурҡма, – тине. – Ҡара, һинең тағы улың бар.
18Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны.
19Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр. 20Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә таш бағана ҡуйҙы. Был таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора.
21Исраил юлын дауам итте һәм Мигдал-Ғедәр аръяғында сатыр ҡорҙо. 22Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде.
Яҡуптың ун ике улы бар ине.
23Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.
24Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.
25Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.
26Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер.
Былар Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.
27Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.
28Исхаҡ йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне. 29Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.
Currently Selected:
Башланмыш 35: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: