Башланмыш 37
37
Йософтоң төштәре
1Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡәнғән ерендә төйәкләнде.
2Бына Яҡуп ғаиләһенең тарихы.
Йософҡа ун ете йәш ине. Ул үҙенең ағалары – атаһының ҡатындары Билһа һәм Зилпанан тыуған ағалары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо. 3Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Яҡуп Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы күлдәк тектерҙе.
4Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем һөйһөнмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алманы.
5Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.
6– Тыңлағыҙ әле, – тине Йософ уларға, – бына мин ниндәй төш күрҙем! 7Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!
8– Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары.
Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар. 9Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне.
– Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.
10Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософто әрләп ташланы:
– Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа – мин, әсәйең, ағайҙарың – килеп һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙмы ни?
11Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.
Ағаларының Йософто һатып ебәреүе
12Бер ваҡыт Йософтоң ағалары аталарының һарыҡтарын көтөргә Шәхәмгә китте. 13Исраил Йософҡа былай тине:
– Ағайҙарың Шәхәм эргәһендә мал көтә. Улар янына барып кил әле.
– Ярай, – тип яуапланы Йософ.
14– Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.
15Ҡырҙа йөрөп ятҡан сағында уға бер кеше осрап:
– Бында нимә эҙләп йөрөйһөң? – тип һораны.
16– Ағайҙарымды эҙләйем, – тип яуапланы Йософ. – Әйт әле, зинһар, улар ҡайһы тирәлә көтә икән?
17– Улар бынан китте, – тине теге кеше. – Мин уларҙың, Доҫанға барайыҡ, тип һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғайным.
Йософ ары барып, уларҙы Доҫанда эҙләп тапты. 18Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.
19– Ана, беҙҙең төш күреүсе килә! – тиештеләр. 20– Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та ҡырағай януар ашаған тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!
21Рәүвән быны ишетте лә Йософто ҡотҡарырға теләне.
– Үлтермәйек уны, – тине Рәүвән. – 22Ниңә ҡан ҡойорға? Сүлдәге һыу соҡорона ташлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ, тик үҙенә ҡағылмағыҙ.
Ысынында иһә ул Йософто ҡотҡарып, атаһына кире ҡайтарырға уйлағайны.
23Йософ ағалары янына килеп етеү менән, улар уның затлы күлдәген систереп алдылар ҙа 24үҙен тотоп алып соҡорға ырғыттылар. Соҡор һыуһыҙ, буш ине. 25Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.
26Йәһүҙә туғандарына:
– Ҡустыбыҙҙы үлтереп уның ҡанын йәшереүҙән беҙгә ни файҙа? 27Исмәғил кешеләренә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, – тине.
Ағай-эне бының менән килеште. 28Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
29Рәүвән боролоп соҡор янына килде, үрелеп ҡараһа – Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы#37:29 …ул кейемдәрен йыртҡысланы – йәһүдтәрҙә ҡайғыны күрһәткән боронғо йола..
30– Малай юҡ та баһа! – тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. – Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер?
31Туғандар Йософтоң күлдәген алдылар ҙа, бер кәзәне һуйып, күлдәкте уның ҡанына буянылар. 32Шунан уны аталарына килтереп бирҙеләр:
– Бына беҙ нимә табып алдыҡ! – тине улар. – Ҡара әле, был һинең улыңдың күлдәге түгелме?
33Яҡуп кейемде таныны:
– Был улымдың күлдәге! Уны йыртҡыс талаған! Өҙгөләгәндәр, өҙгөләгәндәр Йософто!
34Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте. 35Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне.
– Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
36Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр.
Currently Selected:
Башланмыш 37: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.