YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 39

39
Йософ һәм Потифарҙың ҡатыны
1Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды. 2Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне. 3Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе. 4Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы. 5Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы. 6Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине.
Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 7Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт:
– Әйҙә, минең менән ят, – тине.
8Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына:
– Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы. 9Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?
10Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы. 11Бер көндө Йософ үҙ эше менән хужа йортона инде. Өйҙә бер кеше лә юҡ ине. 12Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы:
– Ят минең менән, – тине.
Әммә Йософ, кейемен уның ҡулында ҡалдырып, йорттан йүгереп сығып китте. 13Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап ҡасҡанын күрҙе лә, 14хеҙмәтселәрен саҡырып:
– Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем. 15Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.
16Ире ҡайтып ингәнсе Йософтоң кейемен үҙендә ҡалдырҙы. 17Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне:
– Һин бында алып ҡайтҡан ғиври ҡолоң мине мыҫҡыл итергә теләне. 18Әммә мин ҡысҡыра башлағас, кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты.
19Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, Йософтоң хужаһы асыуынан шартлай яҙҙы. 20Ул Йософто тотоп алып батша тотҡондары бикләнгән зинданға ябырға бойорҙо.
21Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты. 22Төрмә башлығы Йософто бөтә тотҡондар өҫтөнән күҙәтсе итеп ҡуйҙы. Тотҡондарға Йософ етәкселек итә башланы. 23Төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы – сөнки Раббы Йософ менән булды, һәр эшендә уңыш ҡаҙандырҙы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in