YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 42

42
Йософтоң ағаларының Мысырға килеүе
1Мысырҙа иген барлығын ишетеп, Яҡуп улдарына:
– Нимә бер-берегеҙгә һалышып ятаһығыҙ? – тине. 2– Мысырҙа иген бар тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа, бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ.
3Йософтоң ун ағаһы Мысырға иген алырға китте. 4Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.
5Исраил уландары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡәнғән аслыҡтан яфалана ине. 6Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды. 7Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен танытманы, ҡаты итеп:
– Ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны.
– Ҡәнғәндән, иген алырға тип килгәйнек, – тип яуап бирҙе улар.
8Йософ ағаларын таныһа ла, ағалары уны таныманы.
9Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине:
– Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.
10– Юҡ, хакимым! – тине улар. – Беҙ, ҡолдарың, ризыҡ алырға килдек. 11Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, шымсы түгел.
12– Юҡ, – тине Йософ, – еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.
13– Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.
14– Әйттем бит, – тине Йософ, – һеҙ шымсылар. 15Бына мин һеҙҙе нисек итеп һынаясаҡмын: фирғәүендең ғүмере менән ант итәм, иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙ бынан китә алмаясаҡһығыҙ. 16Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында булыр – шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ – тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүендең ғүмере менән ант итәм!
17Йософ уларҙы өс көнгә зинданға ябып ҡуйҙы.
18Өсөнсө көндө уларға былай тине:
– Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам. 19Әгәр һеҙ, ысынлап та, намыҫлы кешеләр икәнһегеҙ, берегеҙ төрмәлә ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтһын да 20кесе туғанығыҙ менән бында кире килһен. Әгәр һүҙҙәрегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, йәнегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ.
Улар күнде.
21– Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!
22Рәүвән былай тине:
– Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.
23Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне. 24Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты. 25Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде. 26Туғандар, ишәктәренә иген тейәп, өйҙәренә ҡайтып китте.
27Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе, ишәген ашатам тип, тоҡ ауыҙын сискәйне, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды!
28– Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята.
Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә:
– Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр.
29Ҡәнғәнгә, аталары янына ҡайтҡас, үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙеләр:
30– Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе был илгә шымсылыҡ итергә килгән тип уйланы. 31Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ, 32беҙ бер ата балалары, ун ике туғанбыҙ; беребеҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡәнғәндә ҡалды, тинек. 33Ә ул ил менән идара иткән кеше беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең намыҫлы кешеләрме, әллә юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙ бында ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә 34иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын – туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен».
35Йөктәрен бушата башлағайнылар, һәр береһенең тоғонан көмөш һалынған аҡса янсығы килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләрҙең дә, аталарының да ҡото осто.
36Аталары Яҡуп уларға:
– Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!
37Рәүвән атаһына былай тине:
– Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡайтасаҡмын.
38– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in