Башланмыш 43
43
Ағаларының Бинйәминде Мысырға алып килеүе
1Аслыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе. 2Мысырҙан алып ҡайтҡан иген бөткәс, Яҡуп улдарына былай тине:
– Барып, аҙ булһа ла тағы ашлыҡ алып ҡайтығыҙ!
3– Теге кеше беҙгә кесе туғанығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, – тине уға Йәһүҙә. – 4Әгәр уны беҙҙең менән ебәрһәң, ашлыҡ алырға барабыҙ. 5Ебәрмәйһең икән, бармайбыҙ, теге кеше, ҡустығыҙҙы килтермәһәгеҙ, күҙемә лә күренмәгеҙ, тине бит.
6– Ниңә ҡустығыҙ барлығын әйтеп, башыма бәлә килтерҙегеҙ инде? – тине Исраил.
7– Ул кеше: «Атайығыҙ иҫән-аманмы? Башҡа берәй туғанығыҙ бармы?» – һымаҡ һорауҙар менән беҙҙең хаҡта һәм яҡын туғандарыбыҙ тураһында төпсөнөп һораша башланы, беҙ уның һәр һорауына яуап бирергә тырыштыҡ. Уның: «Бәләкәй ҡустығыҙҙы миңә алып килегеҙ!» – тип әйтерен ҡайҙан ғына беләйек инде? – тине улар.
8Йәһүҙә атаһы Исраилға былай тине:
– Улыңды минең менән ебәр, тиҙерәк юлға сығайыҡ. Шул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән ҡалыр, беҙ ҙә, һин үҙең дә, балаларыбыҙ ҙа асығып үлеүҙән ҡотолорбоҙ. 9Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын. 10Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урай алыр инек инде.
11– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ. 12Көмөш алығыҙ – тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да – бәлки, улар яңылышҡандыр. 13Бинйәминде үҙегеҙ менән алығыҙ ҙа ул кешегә тағы барығыҙ. 14Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.
15Ағай-эне бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты – был юлы Бинйәмин менән. 16Йософ Бинйәминде алып килгәндәрен күргәс, өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине:
– Был кешеләрҙе минең йортҡа алып бар. Мал һуйып, һый әҙерлә – бөгөн төшкөлөктө улар минең менән ашар.
17Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энене уның йортона алып китте. 18Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә:
– Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!
19Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:
20– Беҙгә бер нәмә әйтергә рөхсәт ит әле, әфәндебеҙ! Беҙ бында ашлыҡ алырға бер тапҡыр килгәйнек инде. 21Ә кире ҡайтып барғанда төндә ял итергә туҡтағас, тоҡтарыбыҙҙы асҡайныҡ, һәр беребеҙҙең тоғонда ашлыҡ өсөн күпме түләгән булһаҡ, шул саҡлы көмөш ятҡанын күрҙек. Беҙ ул көмөштө кире алып килдек. 22Яңынан ашлыҡ һатып алырға тағы көмөш килтерҙек. Ә теге ваҡытта беҙҙең тоҡтарға көмөштө кем һалғандыр, беҙ белмәйбеҙ.
23– Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным!
Шунан уларға Шимғондо алып килде. 24Барыһын да Йософтоң өйөнә саҡырҙы, аяҡтарын йыуырға һыу килтерҙе, ишәктәренә ашарға бирҙе. 25Ағай-эне бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтә башланы: төшкө ашты бында ашаясаҡтары уларға әйтелгәйне инде. 26Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар. 27Ә ул, сәләм биргәндән һуң:
– Оло йәштәге атайыбыҙ бар тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫән-аманмы? – һораны.
28– Атайыбыҙ, һинең ҡолоң, иҫән-аман йәшәп ята, – тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы сәждәгә китеп йөҙтүбән ергә ҡапланып.
29Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла:
– Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны.
Шунан өҫтәп ҡуҙы:
– Алла һаҡлай күрһен һине, улым!
30Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу–һағыныу тойғоһо солғап алды – саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. 31Бер аҙҙан битен йыуып, яңынан ҡунаҡтар янына сыҡты, үҙен ҡулға алып, ашарға килтерергә ҡушты. 32Йософҡа ашарға айырым, ҡунаҡтарға айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар, сөнки мысырҙарға ғивриҙәр менән бергә ултырып ашарға ярамай, мысырҙар өсөн был ерәнгес һанала ине. 33Ағай-эне Йософ алдында тәртип буйынса – олоһонан башлап кесеһенә табан – теҙелешеп ултырҙы һәм аптырашып бер-береһенә ҡарашты. 34Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.
Currently Selected:
Башланмыш 43: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: