Башланмыш 45
45
Йософтың туғандарына үҙен танытыуы
1Йософ эргәһендә торғандар алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде.
– Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә сит кешеләрҙән бер кем дә юҡ ине. 2Ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.
3– Мин Йософ, – тине ул ағаларына. – Атайым нисек, иҫәнме әле?
Тегеләр иһә шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.
4– Яҡын килегеҙ, – тине Йософ. Ағалары уның янына килде.
– Был мин, Йософ, – тип өҫтәне, – һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ. 5Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында һеҙҙән алда Үҙе ебәргән. 6Ер йөҙөндә бына ике йыл инде аслыҡ хөкөм һөрә. Алда тағы биш йыл бар. Ул биш йыл эсендә һөрөү ҙә, урыу ҙа булмаясаҡ. 7Алла һеҙҙең нәҫел-ырыуығыҙҙы ер йөҙөндә һаҡлар өсөн һәм йәндәрегеҙҙе бөйөк афәттән ҡотҡарып алып ҡалыр өсөн алдан уҡ мине бында ебәргән! 8Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.
9Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән миңә килеп ет. 10Һин Гошен ерендә төйәкләнерһең, улдарың, улдарыңдың балалары, көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән бергә минең эргәмдә генә булырһың. 11Һин унда бер ниндәй нужа күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ – сөнки аслыҡ тағы биш йыл дауам итәсәк әле».
12– Бына күреп тораһығыҙ, – тине Йософ. – Ҡустым Бинйәмин, һин дә күрәһең! Был мин, мин бит һеҙҙең менән һөйләшәм! 13Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма еткерегеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ!
14Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы. 15Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.
16Йософҡа ағайҙарының килеүе тураһында фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен дә, уның һарай әһелдәре лә был хәбәрҙе хуш күреп ҡабул итте. 17Фирғәүен Йософҡа былай тине:
– Ағайҙарыңа әйт, былай эшләһендәр: йөк хайуандарына кәрәк-яраҡтарын тейәһендәр ҙә Ҡәнғәнгә юлланһындар. 18Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ. 19Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр. 20Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.
21Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға арбалар, юлға аҙыҡ, 22һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе. 23Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, ун инә ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте.
24Туғандарын оҙатҡанда Йософ:
– Юлда ғауғалашмағыҙ, – тип ҡалды.
25Улар Мысырҙан китеп, Ҡәнғәнгә аталары янына ҡайтып етте.
26– Йософ тере, – тине улар Яҡупҡа, – хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә.
Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: уларға ышана алманы. 27Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде, 28былай тине:
– Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем!
Currently Selected:
Башланмыш 45: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: