Ғәмәлдәр 2
2
Изге Рухтың инеүе
1 #
Сығ 23:16; Ҡнн 16:9-10. Илленсе көн байрамы#2:1 Илленсе көн байрамы – был байрам Ҡотҡарылыу байрамынан һуң илле көн үткәс үткәрелгән һәм илленсе көн байрамы булараҡ билдәлелек алған. Иҫке Ғәһедтә ул «Аҙналар байрамы» һәм «Ураҡ байрамы» тип тә атала. еткәндә иманлыларҙың барыһы ла бергә ине. 2Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар ултырған йорт эсе шул тауышҡа күмелде. 3Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө. 4Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.
5Йәрүсәлимдә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине. 6Шау-шыуға халыҡ йыйылды, һәр кем был иманлыларҙың уның үҙенең телендә һөйләүен ишетеп, иҫе китте.
7– Быларҙың барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тине улар тамам аптырап. – 8Һәр кемебеҙ уларҙың һөйләгәнен үҙ туған телендә ишетә, быны нисек аңларға? 9Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә, 10Фругияла, Памфулияла, Мысырҙа һәм Ливияның Куренеға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, 11крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!
12Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә:
– Был нимәне аңлата икән? – тиеште.
13Ә ҡайһы берҙәре:
– Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө.
Петрустың Илленсе көн байрамында һөйләгән вәғәзе
14Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы.
– Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. – 15Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына бит әле. 16Был хәлдәр хаҡында Алла Йоил пәйғәмбәр аша алдан әйткән:
17 #
Ишғ 44:3. #
Йои 2:28-32. «Ахырызаман килгәндә, – ти Алла, –
барлыҡ кешеләр өҫтөнә
Үҙ Рухымды яуҙырырмын.
Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр.
Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер,
ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер.
18Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды
хатта ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын.
Улар ҙа пәйғәмбәрлек ҡылырҙар.
19Юғарыла – күктә – мөғжизәләр,
ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен:
Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,
20Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда
ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер.
21Раббыны исеме менән саҡырғандар
барыһы ла ҡотолор».
22– Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте. 23Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. 24Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине. 25#Зәб 15:8-11.Дауыт Уның тураһында былай тине:
«Мин Раббыны һәр ваҡыт алдымда күрәм.
Ул уң яғымда торған өсөн
мине бер нәмә лә ҡаҡшата алмаҫ.
26-27Йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың,
изге бәндәңдең тәнен серетмәҫһең.
Шуға күрә күңелем ҡыуана, йырым шатлыҡлы,
тәнем өмөт менән йәшәй.
28Һин миңә йәшәү юлын өйрәттең.
Мине Үҙ ҡаршыңдашатлыҡҡа сорнарһың».
29 #
3 Бат 2:10. – Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. 30#2 Бат 7:12; Зәб 131:11.Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә. 31#Зәб 15:10.Ул, алдан күреп, Мәсихтең үленән тереләсәге, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. 32Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары. 33Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына#2:33 Уң яҡ – айырыуса мөһим, хөрмәтле урын. күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ. 34-35#Зәб 109:1.Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә:
«Раббы Хакимыма әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем
уң яғымда ултыр“», –
тине.
36Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.
Иман юлындағыларҙың артҡандан-артыуы
37Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән:
– Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны.
38– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. 39#Ишғ 57:19.Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.
40Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп:
– Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.
41Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.
42Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар. 43Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә ҡурҡыу хисе уянды. 44Барлыҡ иманлылар берҙәм булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирҙеләр. 46-47Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023