Ғәмәлдәр 6
6
Ете ярҙамсы һайлап алыу
1Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 2Шуға ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып:
– Алла һүҙен вәғәзләүҙе ситкә ҡуйып, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнһәк, дөрөҫ булмаҫ, – тинеләр. – 3Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ. 4Ә беҙ үҙебеҙҙе доғаға һәм Алла һүҙе менән хеҙмәт итеүгә бағышлайыҡ.
5Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап, 6уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.
7Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.
Стефанусты ҡулға алыу
8Ә Алланың мәрхәмәтенә һәм ҡөҙрәтенә тулған Стефанус халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды. 9Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Курене һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефанус менән бәхәскә инде, 10әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы. 11Шул мәлдә улар бер нисә кешене: «Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек», – тип әйтергә ҡотортто.
12Шул юл менән улар халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанусҡа һөстөрҙөләр; һөжүм итеп, тотоп алдылар һәм Юғары кәңәшмә алдына алып килделәр. 13Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирелде.
– Был кеше ошо изге урынға һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тине улар. – 14Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.
15Кәңәшмәлә ултырған бөтә кеше Стефанусҡа текләне, һәм уның йөҙө фәрештәнекенә оҡшаған һымаҡ күренде.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: