YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 5

5
Әҙәмдең Нухҡа тиклемге нәҫел-ырыуы
1Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып бар ҡылды.
2Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты, уларға фатиха ҡылды. Яратҡан көнөндә уларға «кеше» тип исем бирҙе.
3Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы – тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шеҫ тип исем бирҙе. 4Шеҫ тыуғандан һуң, Әҙәм һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла тыуҙы. 5Әҙәм туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп вафат булды.
6Шеҫҡа йөҙ ҙә биш йәш тулғанда, уның улы Әнош тыуҙы. 7Әнош тыуғандан һуң, Шеҫ һигеҙ йөҙ ете йыл йәшәне; тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 8Шеҫ туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәп вафат булды.
9Әношҡа туҡһан йәш булғанда, улы Ҡынан тыуҙы. 10Ҡынан тыуғандан һуң, Әнош һигеҙ йөҙ ун биш йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 11Әнош туғыҙ йөҙ биш йыл йәшәгәндән һуң вафат булды.
12Ҡынанға етмеш йәш булғанда улы Маһалалил тыуҙы. 13Маһалалил тыуғандан һуң, Ҡынан һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 14Ҡынан туғыҙ йөҙ ун йыл йәшәп вафат булды.
15Маһалалилға алтмыш биш йәш булғанда, улы Йәрәд тыуҙы. 16Йәрәд тыуғандан һуң, Маһалалил һигеҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. 17Маһалалил һигеҙ йөҙ туҡһан биш йыл йәшәп вафат булды.
18Йәрәдкә йөҙ ҙә алтмыш ике йәш булғанда, уның улы Ханох тыуҙы. 19Ханох тыуғандан һуң, Йәрәд һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 20Туғыҙ йөҙ алтмыш ике йыл йәшәп, Йәрәд вафат булды.
21Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Меҫушелах тыуҙы. 22Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. 23Ханох өс йөҙ ҙә алтмыш биш йыл йәшәне, 24ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.
25Меҫушелахҡа йөҙ ҙә һикһән ете йәш булғанда, уның улы Ләмәх тыуҙы. 26Ләмәх тыуғандан һуң, Меҫушелах ете йөҙ һикһән ике йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла бар ине. 27Меҫушелах туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙ йыл йәшәп вафат булды.
28Ләмәхкә йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы. 29Ләмәх уға Нух#5:29 Нух – йәһүд телендә «йыуаныс» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.
30Нух тыуғандан һуң, Ләмәх биш йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 31Ләмәх бөтәһе ете йөҙ етмеш ете йыл йәшәп вафат булды.
32Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Йәфәҫ исемле улдары тыуҙы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in