Яхъя 12
12
Бейт-Әниәлә Ғайсаға май һөртөү
(Маҫ 26:6-13; Мрк 14:3-9; Лк 7:37-39)
1Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине. 2Унда Ғайса хөрмәтенә табын йыйҙылар. Марта өҫтәл тәрбиәләп йөрөнө, ә Әлғазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. 3Мәрйәм, бер ҡаҙаҡ#12:3 Ҡаҙаҡ – грекса «литра». Бер литра 327 грамм самаһына тигеҙ. бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард#12:3 Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек. майы алып килеп, Ғайсаның аяҡтарына һөрттө, шунан үҙенең сәсе менән ҡоротоп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.
4Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе, Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:
5– Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.
6Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.
7Ғайса былай яуапланы:
– Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине. 8#Ҡнн 15:11.Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.
9Ул арала бер төркөм йәһүдтәр, Ғайсаның Бейт-Әниәлә икәнлеген белеп, шунда йыйылды. Улар Ғайса өсөн генә түгел, Ул терелткән Әлғазарҙы күрергә тип тә килгәйне. 10Баш ҡаһиндар иһә Әлғазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте, 11сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны.
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Маҫ 21:4-9; Мрк 11:7-10; Лк 19:35-38)
12Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс, 13#Зәб 117:25-26.хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа:
– «Һосанна!#12:13 Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе,
Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» –
тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.
14Ғайса, бер ишәк табып шуға атланды һәм барыһы ла Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты:
15 #
Зәк 9:9; Ишғ 62:11. «Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ#12:15 Сион-ҡыҙ – Йәрүсәлим халҡы. Сион тауында Йәрүсәлим ҡалаһы урынлашҡан..
Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,
һинең Батшаң килә».
16Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, Ғайса шөһрәт алғандан һуң ғына Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө.
17Әлғазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Ғайса менән булған кешеләр был хәл тураһында һөйләне. 18Халыҡ, Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәнгә күрә, Уны ҡаршы алырға сыҡҡайны.
19Фарисейҙар иһә үҙ-ара:
– Күрәһегеҙме, ҡулыбыҙҙан бер нәмә лә килмәй. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.
Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәген белгертеүе
20 #
3 Бат 8:41-42. Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине. 21Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп:
– Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.
22Филиппус был хаҡта Әндриасҡа әйтте, үтенесте икәүләп Ғайсаға еткерҙеләр. 23Ғайса:
– Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы. – 24Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. 25Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар. 26Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.
27Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә. 28Атам! Исемеңдең шөһрәтен күрһәт.
Шул ваҡыт күктән:
– Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.
29Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште, ә ҡайһы берәүҙәр: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине.
30Быға Ғайса:
– Был ауаз Минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн булды, – тине. – 31Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы#12:31 Был донъяның хакимы – йәғни Иблис. ҡыуыласаҡ. 32Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.
33Ул быны Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертеп әйтте. 34#2 Бат 7:13; Зәб 88:37-38; Ишғ 9:7; Зөл 37:25; Днл 2:44; 7:14.Халыҡ Уға:
– Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы.
35Ғайса:
– Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй. 36Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса, китеп, уларҙың күҙенән юғалды.
Халыҡтың Ғайсаға ышанмауы
37Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар. 38#Ишғ 53:1.Сөнки Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең:
«Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?
Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» –
тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.
39Улар ышана алманы, сөнки, Ишағыяһ әйткәнсә:
40 #
Ишғ 6:10. «Күҙҙәре менән күрмәһендәр,
йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн
Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте,
йөрәктәрен ҡатырҙы.
Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар –
Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
41Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.
42Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр. 43Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.
44Ғайса көслө тауыш менән:
– Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәргәнгә инана, – тине. – 45Мине күргән Мине Ебәргәнде күрә. 46Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем. 47Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем. 48Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәгән кешенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән һүҙ хөкөм итәсәк. 49Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе. 50Мин Уның бойороғо мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.
Currently Selected:
Яхъя 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023