Яхъя 16:22-23
Яхъя 16:22-23 БАШИЯ2023
Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ. Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.