Яхъя 17
17
Ғайсаның доғаһы
1Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп:
– Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. – 2#Днл 7:14.Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит. 3Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.
4Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә Һинең шөһрәтеңде күрһәттем. 5Донъя яратылғандан әүәл Мин Һинең хозурыңда шөһрәтле инем. Инде хәҙер Һин, эй Атам, ул шөһрәт менән Үҙ хозурыңда Мине данла.
6Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм 7хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән икәнен беләләр. 8Әйткән һүҙҙәреңде Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.
9Мин улар өсөн үтенәм. Донъя өсөн түгел, ә Һин Миңә биргән кешеләр өсөн үтенәм, сөнки улар Һинеке. 10Минеке булған бөтә нәмә – Һинеке, ә Һинекеләр – Минеке. Шулар аша Минең шөһрәтем күрһәтелде.
11Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла. 12Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.
13Хәҙер инде Мин Һинең яныңа барам. Был һүҙҙәрҙе, улар Минең шатлығымды тулыһынса уртаҡлашһын өсөн, донъяла ваҡытымда һөйләйем. 14Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 15Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән#17:15 Иблистән – грек телендә был һүҙҙе «яуызлыҡтан» тип тә аңларға мөмкин. һаҡлауыңды үтенәм. 16Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 17Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла#17:17 Үҙеңә бағышла – грекса «һагиазо». Был һүҙ «изге итеү» һәм «бағышлау, изге эшкә айырыу» тигән мәғәнәләргә эйә., ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең. 18Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. 19Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.
20Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм. 21Бөтәһе бер булһын, Һин – Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын. 22Миңә Һин биргән шөһрәтте уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: 23Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.
24Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең. 25Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Мин Һине беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә. 26Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.
Currently Selected:
Яхъя 17: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023