YouVersion Logo
Search Icon

Яхъя 6

6
Биш мең кешене туйҙырыу
(Маҫ 14:13-21; Мрк 6:32-44; Лк 9:10-17)
1Шунан һуң Ғайса Галилея күленең икенсе ярына китте. Был Тибериас күле тип тә атала. 2Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. 3Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға сығып ултырҙы. 4Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.
5Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килгәнен күреп, Филиппусҡа:
– Уларҙы ашатыр өсөн ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.
6Ул был һүҙҙәрҙе Филиппусты һынар өсөн генә әйтте, асылда нимә эшләйәсәген белә ине инде.
7– Ике йөҙ динарлыҡ#6:7 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. икмәк алғанда ла, һәр береһенә өлөшләп кенә бүлеп бирергә лә етмәҫ, – тип яуапланы Филиппус.
8Шәкерттәрҙең береһе, Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас:
9– Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күмәк халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.
10– Кешеләргә ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса.
Был ерҙә үлән ҡуйы ине. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине. 11Ғайса, икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡыны. Шунан ултырған кешеләргә өләште. Балыҡтарҙы ла һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе. 12Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә:
– Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
13Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.
14 # Ҡнн 18:18. Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр:
– Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиеште.
15Ғайса, уларҙың Үҙен тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
(Маҫ 14:22-33; Мрк 6:45-51)
16Кис көнө шәкерттәре күл буйына төштө лә 17кәмә менән аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса әле улар янына килмәне. 18Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. 19Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым#6:19 Биш-алты саҡрым – грекса «егерме биш-утыҙ стадия». Бер стадия – 185 м. ара үткәйне, шунда улар, күл өҫтөнән атлап кәмәгә етеп килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.
20– Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.
21Шәкерттәре Уны кәмәгә ултыртырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар китеп барған ярҙа булып сыҡты.
Ғайса – тормош икмәге
22Икенсе көндө лә күлдең теге ярында торған халыҡ бында бер генә кәмә булғанын, Ғайсаның унда ултырмағанын, шәкерттәрҙең үҙҙәренең генә киткәнен күргәйне.
23Тибериас ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны. Улар туҡтаған урын кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған ергә яҡын ине. 24Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Ғайсаны эҙләргә Капернаумға китте. 25Уны күлдең арғы яҡ ярында эҙләп тапҡас:
– Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.
26Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ! 27Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.
28– Алла хуш күрерҙәй эштәрҙе ҡылыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? – тип һораны кешеләр.
29– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.
30Улар Ғайсаға:
– Беҙҙе Һиңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. – 31#Зәб 77:24.#Сығ 16:4, 14-15.Изге Яҙмала: «Ул ашар өсөн уларға күктән икмәк бирҙе», – тиелгән кеүек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сүлдә саҡта майҙә#6:31 Майҙә – Алла боронғо Исраил халҡын ҡоллоҡтан азат итеп Мысырҙан сығарғас, сүлдә туйҙырыу өсөн күктән ебәрелгән ризыҡ. ашаған.
32– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә. 33Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
34– Әфәндем, беҙгә һәр ваҡыт шундай икмәк биреп тор! – тинеләр.
35Ғайса уларға былай тине:
– Мин – тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инанған бер ҡасан да һыуһамаҫ. 36Ләкин, әйткәнемсә, һеҙ Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ. 37Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен. 38Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем. 39Ә Мине Ебәргәндең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көндә барыһын да терелтергә тейешмен. 40Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.
41Шунда булған йәһүдтәрҙе Уның: «Мин – күктән төшкән икмәк», – тип әйтеүе асыуландырҙы. Улар үҙ-ара:
42– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.
43– Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса. 44– Әгәр Мине ебәргән Атам алып килмәһә, яныма бер кем дә килә алмай. Миңә килгән кешене иһә Мин аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен. 45#Ишғ 54:13; Йер 31:33-34.Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә. 46Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Атаны бары тик Алланан килгән Зат ҡына күрҙе. 47Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кеше мәңгелек тормошҡа эйә. 48Мин – тормош икмәгемен. 49Ата-бабаларығыҙ сүлдә майҙә ашаған, шуға ҡарамаҫтан, үлделәр. 50Ә күктән төшкән икмәк иһә шундай: уны ашағандар үлмәйәсәк. 51Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.
52Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында:
– Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙенең тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты.
53Ғайса иһә уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. – 54Минең тәнемде ашаған һәм Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен. 55Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек. 56Тәнемде ашаған һәм ҡанымды эскән кеше Миндә йәшәй, Мин иһә унда йәшәйем. 57Тере Атам Мине ебәргән һәм Мин Атам арҡаһында йәшәгән кеүек, Минең тәнемде ашаған кеше лә Минең арҡамда йәшәйәсәк. 58Был – күктән төшкән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк.
59Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта әйтте.
«Һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?»
60Ғайсаның күп шәкерттәре быны ишеткәс:
– Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятырлыҡ түгел! Быны нисек тыңламаҡ кәрәк? – тинеләр.
61Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белә ине, шуға күрә:
– Былар һеҙҙең йәнегеҙгә тейәме? 62Әҙәм Улының элек булған урынына күтәрелгәнен күрһәгеҙ, нимә буласаҡ? 63Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә. 64Әммә арағыҙҙа ышанмағандар ҙа бар, – тине.
Ғайса кемдең Үҙенә ышанғанын һәм кемдең хыянат итәсәген баштан уҡ белә ине.
65Ул һүҙен дауам итте:
– Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, һис кем Минең яныма килә алмай», – тинем.
66Шул ваҡыттан башлап Ғайсаның күп шәкерттәре Уны ташлап китте, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне. 67Шунда Ғайса ун ике шәкертенән:
– Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны.
68Шимғон Петрус:
– Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит. 69Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе тип таныйбыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.
70– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.
71Ғайса Шимғон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте. Сөнки ун икенең береһе булған Йәһүҙә Ғайсаға хыянат итәсәк ине.

Currently Selected:

Яхъя 6: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in