Яхъя 9
9
Тыумыштан һуҡырҙың күрә башлауы
1Китеп барышлай Ғайса тыумыштан һуҡыр бер кешене күрҙе.
2– Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны шәкерттәре.
3– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул. 4Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәргәндең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта бер кем дә бер нәмә лә эшләй алмаҫ. 5#Ишғ 42:6-7.Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡмын.
6Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙҙе лә шуны һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө. Шунан уға:
7 #
Ишғ 8:6. – Шилоах быуаһына барып йыуын, – тине (Шилоах – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә).
Һуҡыр барып йыуынды, кире килгәндә күҙҙәре күрә ине.
8Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргәндәр:
– Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр.
9Ҡайһы берәүҙәр:
– Эйе, был тап үҙе, – тиһә, икенселәр:
– Юҡ, ул шул кешегә оҡшаған ғына, – тине.
Ул үҙе иһә:
– Мин шул кешемен, – тине.
10– Күҙҙәрең нисек асылды һуң? – тип һоранылар унан.
11Ул:
– Ғайса исемле Кеше тупраҡты еүешләп күҙҙәремә һөрттө лә: «Шилоах быуаһына барып йыуын», – тине. Барып йыуынғайным, күҙҙәрем асылды, – тип яуап бирҙе.
12– Ул Кеше ҡайҙа? – тип һорағастар:
– Белмәйем, – тип яуапланы.
13Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар. 14Ғайса тупраҡты еүешләп уны һауыҡтырған көн шәмбе ине. 15Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты.
– Ул тәүҙә минең күҙҙәремә тупраҡты еүешләп һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.
16Ҡайһы бер фарисейҙар:
– Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр.
– Гонаһлы кеше бындай мөғжизәне ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.
17Элекке һуҡырҙан тағы:
– Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Уның тураһында ни әйтерһең? – тип һоранылар.
– Ул – пәйғәмбәр, – тине теге кеше.
18Әммә йәһүд башлыҡтары уның һуҡыр булғанына һәм күрә башлауына ышанырға теләмәне, ата-әсәһен саҡырып, 19уларҙан:
– Тыумыштан һуҡыр тигән улығыҙ ошомо? Ни эшләп ул хәҙер күрә һуң? – тип һоранылар.
20– Уның беҙҙең улыбыҙ икәнен дә, һуҡыр булып тыуғанын да беләбеҙ, – тип яуапланы ата-әсә. – 21Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.
22Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай тип яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне. 23Шунлыҡтан уның ата-әсәһе: «Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ», – тине.
24Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға:
– Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.
25– Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм.
26Унан тағы ла:
– Ул нимә эшләне һуң? Һинең күҙҙәреңде нисек асты? – тип һораштылар.
27– Мин һеҙгә һөйләнем бит инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул кеше.
28Тегеләр ныҡ асыуланып:
– Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре! 29Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.
30– Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. – 31#Хик 15:29; Мих 3:4.Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай. 32#Ишғ 42:6-7.Берәйһенең тыумыштан һуҡыр кешенең күҙҙәрен асҡаны тураһында ғүмерҙә лә ишетелгәне юҡ ине. 33Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит.
34– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.
Рухи һуҡырлыҡ
35Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып:
– Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны.
36– Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге.
37Ғайса:
– Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине.
38– Әфәндем, мин ышанам! – тип, күҙҙәре асылған кеше Уның алдына килеп тубыҡланды.
39Ғайса:
– Мин был донъяға, күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итергә килдем, – тине.
40Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс:
– Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.
41– Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
Currently Selected:
Яхъя 9: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: