YouVersion Logo
Search Icon

Лукас 4

4
Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
(Маҫ 4:1-11; Мрк 1:12-13)
1Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте. 2#Сығ 34:28.Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты.
3– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә бойор, – тине Уға Иблис.
4 # Ҡнн 8:3. Ғайса:
– «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы.
5Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек тауға алып менде лә донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡты.
6– Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. 7Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул.
8 # Ҡнн 6:13. – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.
9Шунан һуң Иблис Ғайсаны Йәрүсәлимгә алып килеп Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы ла:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тине. – 10#Зәб 90:11-12.Изге Яҙмала әйтелгән бит:
«Алла Үҙенең фәрештәләренә
Һинең турала хәстәрләп,
Һине һаҡларға бойороҡ бирер.
11Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй,
улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр».
12 # Ҡнн 6:16. Ғайса уға:
– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыны һынама», – тип әйтелгән, – тип яуапланы.
13Иблис Ғайсаны һынауҙан туҡтаны ла икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып китте.
Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
(Маҫ 4:12-17; Мрк 1:14-15)
14Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтты. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. 15Ул ғибәҙәтханаларҙа, аң-белем биреп, халыҡты өйрәтте, һәм барыһы ла Уға дан йырланы.
Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
(Маҫ 13:54-58; Мрк 6:1-6)
16Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килде һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға инде. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас, 17Уға Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең китабын бирҙеләр. Ғайса ҡулъяҙма төргәген һүтеп, ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапты:
18 # Ишғ 61:1-2. «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә,
сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә
Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне.
Ул Мине#4:18 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «…йөрәктәре йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә…» тигән һүҙҙәр ҙә бар. әсирҙәргә – ирек,
һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә,
йәберләнгәндәрҙе азат итергә
19һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».
20Ғайса ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире бирҙе лә урынына ултырҙы. Ғибәҙәтханала һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгәйне.
21– Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙмалағы ошо һүҙҙәр тормошҡа ашты, – тип һөйләй башланы уларға Ғайса.
22Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып:
– Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.
23Ғайса:
– Әлбиттә, һеҙ Миңә: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтем менән яуап бирерһегеҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тине.
24Шунан һүҙен дауам итте:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. 25#3 Бат 17:7-16.Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине, 26ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһенә лә түгел, ә Сидон илендәге Сарефаҫ ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде. 27#4 Бат 5:1-14.Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире#4:27 Махау сире – дауалап булмай торған йоғошло тире ауырыуы. менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.
28Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙан ярһыны. 29Урындарынан тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сыҡтылар ҙа, түбәнгә ырғытырға тип, ҡала урынлашҡан тауҙың башына алып менделәр. 30Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән китеп барҙы.
Яуыз рухты ҡыуып сығарыу
(Мрк 1:21-28)
31Ул Галилеяның Капернаум ҡалаһына килде һәм шәмбе көнө халыҡты аң-белемгә өйрәтте. 32Уның өйрәтеүҙәренә бөтәһе лә хайран ҡалды, сөнки Ул хакимдарса һөйләй ине.
33Ғибәҙәтханала яуыз рух эйәләгән бер кеше бар ине. Ул көслө тауыш менән:
34– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.
35Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ!
Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте. 36Был хәлгә бөтәһе лә таң ҡалып:
– Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән яуыз рухтарға бойороҡ бирә, һәм улар кешенән сыға, – тип һөйләнделәр.
37Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.
Ғайса Шимғон өйөндә
(Маҫ 8:14-16; Мрк 1:29-38)
38Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Шимғондың өйөнә килде. Шимғондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ята ине. Ғайсанан уға ярҙам итеүен һоранылар. 39Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы.
40Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы. 41«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.
42Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға китте. Халыҡ Уны эҙләргә кереште, тапҡас, үҙҙәре янында ҡалырға өгөтләне. 43Әммә Ғайса уларға:
– Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тине.
44Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәз һөйләүен дауам итте.

Currently Selected:

Лукас 4: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in