Лукас 9
9
Ғайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе
(Маҫ 10:5-15; Мрк 6:7-13)
1Ғайса, ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе. 3Ул шәкерттәренә:
– Сәфәргә үҙегеҙ менән бер нәмә лә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тине. – 4Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ, шунда ҡалығыҙ, шул өйҙән сығып ары китерһегеҙ. 5Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.
6Шәкерттәр юлға сыҡты, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөнө.
Һирудтың аптырашта ҡалыуы
(Маҫ 14:1-2; Мрк 6:14-16)
7Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләне. 9Ә Һируд:
– Яхъяның башын мин үҙем ҡырҡтырғайным, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораны.
Һируд Уны күреү мөмкинлеген эҙләне.
Биш мең кешене туйҙырыу
(Маҫ 14:13-21; Мрк 6:32-44; Ях 6:1-13)
10Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте. 11Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы. 12Көн кискә ауышҡас, ун ике шәкерт Уның янына килде:
– Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып, үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит ҡола ялан.
13– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса.
– Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораны шәкерттәр.
14Унда ирҙәр генә лә биш меңләп ине. Ғайса шәкерттәренә:
– Уларҙы иллешәр кешелек төркөмдәргә бүлеп ултыртығыҙ, – тине.
15Шәкерттәр шулай эшләне. Бөтәһен дә ултыртып сыҡҡас, 16Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. 17Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы ун ике кәрзингә йыйып алдылар.
Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
(Маҫ 16:13-16; Мрк 8:27-29)
18Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, шәкерттәре Уның янында ине. Ғайса уларҙан:
– Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.
19– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап бирҙеләр Уға.
20– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул шәкерттәренән.
– Һин – Алла Мәсихе, – тип яуапланы Петрус.
Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе
21Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты һәм:
22– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.
23Шунан Ғайса уларға былай тине:
– Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын#9:23 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен. 24Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡып торған шөһрәте эсендә килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан оялыр. 27Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ.
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
(Маҫ 17:1-13; Мрк 9:2-13)
28Ошо һүҙҙәрҙән һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, Ғайса Петрусты, Яхъяны һәм Яҡупты Үҙе менән алып, доға ҡылырға тауға менде. 29Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде. 30-31Ҡапыл шөһрәт балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башланы. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр ине. Улар Ғайсаның донъянан китәсәге һәм был эштең Йәрүсәлимдә ғәмәлгә ашырылырға тейешлеге хаҡында һөйләште.
32Петрусты һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡайны. Улар, уянғас, Ғайсаның шөһрәтен һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күрҙе. 33Был кешеләр Ғайса эргәһенән китергә торғанда Петрус:
– Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Тик ул ни әйткәнен үҙе лә белмәй ине.
34Петрус был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алды. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып китте. 35#Ҡнн 18:18-19.Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде. 36Был тауыш тынғанда Ғайса яңғыҙы ғына ҡалғайны. Шәкерттәр ул көндәрҙә нимә күргәндәре тураһында бер кемгә лә һөйләп йөрөмәне.
Яуыз рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
(Маҫ 17:14-19; Мрк 9:14-29)
37Икенсе көн шәкерттәре менән тауҙан төшкән Ғайсаны күмәк халыҡ ҡаршы алды. 38Шул саҡ халыҡ араһынан берәү:
– Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. – 39Яуыз рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбек сыға. Яуыз рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә сигенә. 40Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар.
41– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил, – тине Ғайса.
42Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы. 43Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалды.
Ғайсаның үлеп тереләсәге тураһында ҡабат әйтеүе
(Маҫ 17:22-23; Мрк 9:30-32)
Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул шәкерттәренә:
44– Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тине.
45Әммә шәкерттәре Уны аңламаны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгәйне, шуның өсөн дә төшөнмәнеләр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡтылар.
Кем иң бөйөгө?
(Маҫ 18:1-5; Мрк 9:33-37)
46Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшә башланы. 47Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы эргәһенә баҫтырҙы ла:
48– Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине.
«Кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы»
(Мрк 9:38-40)
49Яхъя:
– Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйтте.
50– Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тине Ғайса.
51Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты. 52Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәрен ебәрҙе. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн, Самария ерендәге бер ауылға килделәр. 53Әммә, Йәрүсәлимгә юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәнеләр#9:53 Самария кешеләре Аллаға Йәрүсәлимдә түгел, ә Самарияла, Геризим тауында табынырға кәрәк тип һанаған.. 54#4 Бат 1:10, 12.Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя:
– Хакимыбыҙ! Күктән ут төшөп#9:54 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был өлөш «Ильяс эшләгән һымаҡ, күктән ут төшөп» тип бирелгән., уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тинеләр.
55Ләкин Ғайса әйләнеп ҡараны ла уларҙы тыйҙы#9:55 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «…тыйҙы һәм: „Һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй рухтыҡы икәнегеҙҙе белмәйһегеҙ. Әҙәм Улы кешеләрҙе һәләк итер өсөн түгел, ә ҡотҡарыр өсөн килде“, – тип әйтте» тигән һүҙҙәр ҙә бар.. 56Улар икенсе ауылға юл тотто.
Ғайсаға эйәреү
(Маҫ 8:19-22)
57Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға:
– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәште.
58– Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
59Ә икенсеһенә:
– Миңә эйәр! – тине.
Уныһы:
– Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораны.
60Әммә Ғайса уға:
– Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине.
61Тағы берәүһе:
– Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенде.
62Ләкин Ғайса уға:
– Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тине.
Currently Selected:
Лукас 9: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: