YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 3

3
Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 12:9-14; Лк 6:6-11)
1Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. 2Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. 3Ғайса ҡулы ҡороған кешегә:
– Уртаға сығып баҫ! – тине. 4Ә тегеләрҙән:
– Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.
Тегеләр өндәшмәне. 5Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тине.
Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты. 6Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.
7Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан бик күп кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән, 8Йәрүсәлимдән, Идумаянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килгәйне. 9Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡалмаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. 10Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. 11Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә Уны күреү менән алдына йығылып:
– Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы.
12Әммә Ғайса уларға ҡәтғи рәүештә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты.
Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы
(Маҫ 10:2-4; Лк 6:14-16; Ғмл 1:13)
13Ғайса, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс, 14араларынан һәр ваҡыт янында булырлыҡ һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе халыҡ араһында тарата алырлыҡ ун икеһен һайлап алып, илселәр тип атаны. 15Уларға шулай уҡ ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. 16Бына Ғайса тәғәйенләгән ун ике шәкерт: Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, 17Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Боанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, 18Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон#3:18 Көрәшсе Шимғон – был исем Шимғондың Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшкән йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы икәнлегенә ишара булыуы ихтимал. 19һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот.
Ғайса һәм Бәғел-Зевул
(Маҫ 12:22-29; Лк 11:14-23; 12:10)
20Ғайса өйөнә ҡайтты. Унда шул тиклем күп кеше йыйылғайны, хатта Ғайса менән шәкерттәренең тамаҡ ялғарлыҡ та ваҡыты булманы. 21Был хәлдәрҙе ишеткән туғандары, Ул аҡылдан яҙған икән, тип уйлап, Ғайсаны көс менән алып китергә килделәр. 22Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре:
– Уның эсендә Бәғел-Зевул#3:22 Бәғел-Зевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. Бәғел-Зевул Ҡәнғән халыҡтарының илаһы булған. Уны яуыз рухтар башлығы тип һанағандар (ҡарағыҙ: «ІV Батшалар», 1:2). бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.
23Ғайса уларҙы Үҙенең янына саҡырып алды ла кинәйәле һүҙҙәр менән ошоларҙы һөйләне:
– Нисек итеп Иблис Иблисте ҡыуып сығарһын? 24Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай, 25эсендә дошманлыҡ булған ғаилә лә тарҡалыр. 26Үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышып, Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, уның ахыры тиҙ етер. 27Һис кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына өйөн талай алыр. 28Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләрҙең гонаһтары ла, көфөр һүҙҙәре лә – бөтәһе лә ғәфү ителер. 29Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы көфөр әйтһә, мәңге ғәфү ителмәҫ, был гонаһ өсөн ул мәңге ғәйепле булыр.
30Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға яуыз рух эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
(Маҫ 12:46-50; Лк 8:19-21)
31Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. 32Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар:
– Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың#3:32 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һеңлеләрең» тигән һүҙҙәр ҙә бар. көтә, – тинеләр.
33– Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. 34Шунан эргә-тирәһендә ултырғандарға ҡарап былай тине:
– Бына былар – Минең әсәйем менән туғандарым! 35Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in