Маркус 6
6
Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
(Маҫ 13:54-58; Лк 4:16-30)
1Ғайса, унан киткәс, Үҙенең ҡалаһына ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. 2Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы.
– Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: – 3Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.
4– Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине Ғайса уларға.
5Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. 6Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе
(Маҫ 10:1, 9-14; Лк 9:1-6)
Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө. 7Ул ун ике шәкертен янына саҡырып алды ла, уларға яуыз рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. 8Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. 9Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте, ә алмаш күлдәк алмаҫҡа ҡушты.
10– Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ ҙа, киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – 11Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ#6:11 Йәһүдтәр, үҙҙәренә бер бысраҡ та эйәреп ҡайтмаһын өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып һанала, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ..
12Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр, 13күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.
Сумдырыусы Яхъяның үлеме
(Маҫ 14:1-12; Лк 9:7-9)
14Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине. 15Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. 16Ә Һируд, быларҙы ишетеп:
– Мин башын ҡырҡтырған Сумдырыусы Яхъя был! – тине. – Ул терелеп торған.
17-18Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны, сөнки Һируд был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә туғаныңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. 19Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки 20Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Һируд унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.
21Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. 22Шул ваҡыт Һирудиастың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Һирудҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға:
– Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. 23– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.
24Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты:
– Нимә һорайым икән? – тине.
– Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тине әсәһе.
25Ҡыҙы шунда уҡ йәһәт кенә батша янына инде лә:
– Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер үк миңә алып килеүеңде теләйем! – тине.
26Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. 27Ул шунда уҡ ҡатилға Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Ҡатил, төрмәгә барып, Яхъяның башын ҡырҡты. 28Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. 29Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, остаздарының кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.
Биш мең кешене туйҙырыу
(Маҫ 14:13-21; Лк 9:10-17; Ях 6:1-13)
30Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, илселәр үҙҙәренең ҡылған эштәре һәм халыҡты ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.
31– Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға.
Сөнки халыҡ килеп-китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. 32Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. 33Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә, эргә-тирәләге ҡалаларҙан килгән кешеләр улар бараһы урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. 34Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. 35Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Ғайса янына килде:
– Бында бит ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. 36Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар.
37– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Шәкерттәр:
– Уларҙы ашатыр өсөн үҙебеҙ барып ике йөҙ динарлыҡ#6:37 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. икмәк һатып алайыҡмы ни? – тип һораны.
38– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул.
– Биш икмәк менән ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. 39Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.
40Тегеләр йөҙәр, иллешәр кешелек төркөмдәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы.
41Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. 42#4 Бат 4:44.Бөтәһе лә туйғансы ашаны. 43Икмәк һыныҡтарын һәм ҡалған балыҡты ун ике кәрзингә тултырып алдылар. 44Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине.
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
(Маҫ 14:22-33; Ях 6:16-21)
45Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 46Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде. 47Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә#6:48 Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы. күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49шәкерттәре, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50Уны күреп, барыһының да ҡото алынды.
– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. 52Улар икмәк менән булған хәлде лә аңламағайны – күңелдәре һаман ҡатып ҡалған ине.
53Күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр ҙә яр буйына килеп туҡтанылар. 54Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр Ғайсаны шунда уҡ танып та алды. 55Уның килеүен хәбәр итеп, бөтә әйләнә-тирәне йөрөп сыҡтылар. Шунан Ғайса туҡтаған урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән алып килә башланылар. 56Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалыр булдылар. Унан һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Уға кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.
Currently Selected:
Маркус 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapistaging.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fen.png&w=128&q=75)
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: