Башланмыш 6
6
Туфан
1-2Ер йөҙөндә кешеләр күбәйгәндән-күбәйҙе. Кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, илаһи заттар#6:1-2 Илаһи заттар – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ: «Алла улдары» йәки «аллаларҙың улдары». уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алды.
3Раббы әйтте:
– Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.
4Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.
5Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта. 6Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.
7Раббы:
– Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.
8Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.
9Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө. 10Нухтың Шем, Хам, Йәфәҫ исемле өс улы бар ине.
11Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.
12Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.
13Алла Нухҡа былай тине:
– Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым. 14Һин үҙеңә гофәр#6:14 Гофәр – кипарис һымаҡ сайырлы һәм ылыҫлы ағас. ағасынан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ. 15Кәмәнең ҙурлығы былай булһын: оҙонлоғо өс йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк, ә бейеклеге утыҙ терһәк#6:15 Терһәк – 45 см. Тимәк, кәмәнең ҙурлығы 135х22х13 м.. 16Кәмәнең өҫкө өлөшөндә бер терһәк асыҡлыҡ ҡалдыр, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәнең эсендә аҫҡы, урта, өҫкө ҡаттар булһын. 17Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк. 18Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин. 19Кәмәгә үҙең менән бөтә төр йән эйәләренән аталы-инәле икешәр йәнлек тә ал, улар һинең менән бергә иҫән ҡалһын. 20Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын. 21Үҙең менән төрлө ризыҡ ал – үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын.
22Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.
Currently Selected:
Башланмыш 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: