Лукас 2
2
Ғайсаның тыуыуы
(Маҫ 1:18-25)
1Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың#2:1 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. Август б.э.т. 27 – б.э. 14-се йылдарынаса идара иткән. тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға. 2Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була. 3Иҫәпкә алыныр өсөн һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтты.
4Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине. 5Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барҙы. Мәрйәм ауырлы ине. 6Улар Бейт-Ләхәмдә саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле етте. 7Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине.
Көтөүселәр һәм фәрештәләр
8Яҡындағы яланда көтөүселәр төнөн үҙҙәренең һарыҡ көтөүен һаҡлап ята ине. 9Ҡапыл улар алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды, һәм уларҙы Раббының данлы балҡышы солғап алды. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡты.
10– Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: 11Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким. 12Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.
13Ҡапыл фәрештә янында күк ғәскәре – күп һанлы фәрештәләр пәйҙә булды, улар Алланы данланы:
14 #
Ишғ 9:7. – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан!
Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә
ерҙә именлек булһын!
15Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә:
– Әйҙәгеҙ, Бейт-Ләхәмгә барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тинеләр.
16Улар ашығып Бейт-Ләхәмгә килде, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапты. 17Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп бирҙеләр. 18Көтөүселәрҙең һөйләгәнен барыһы ла хайран ҡалып тыңланы. 19Мәрйәм иһә быларҙы йөрәгенә һалып ҡуйҙы һәм уйланып йөрөнө.
20Көтөүселәр, ишеткән-күргәндәренең бөтәһе өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтты. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булды.
Ғайсаны Раббы алдына килтереү
21Һигеҙенсе көндө, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргәйне.
22Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Йәрүсәлимгә алып барҙы, 23#Сығ 13:2, 12.сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылғайны. 24#Лев 12:8.Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, улар ике алатубаны йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш ине.
Шимғондың фатихаһы һәм вәғәзе
25 #
Ишғ 40:1; 61:2. Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны. 26Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була. 27Шимғон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла йортона килде. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында билдәләнгән йоланы үтәргә тип бәпес Ғайсаны Алла йортона алып килгәс, Шимғон 28Уны ҡулдарына алды ла, Алланы данлап, былай тине:
29– Хәҙер инде, бөйөк Хаким, ҡолоң был донъянан тыныс китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
30-31 #
Зәб 97:2, 3; Ишғ 52:10. Бөтә халыҡтар алдындаҺин әҙерләгән ҡотолоуҙы
үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
32 #
Ишғ 42:6-7; 49:6; 60:3. Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ,
халҡың Исраилдың Даны.
33Ғайсаның атаһы менән әсәһе Шимғондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренән ғәжәпкә ҡалды. 34Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә:
– Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр, 35шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең йөрәгеңде ҡылыс сәнсеп үтер, – тине.
36Унда Ашер нәҫеленән Ханна пәйғәмбәр – Пенуилдың ҡыҙы ла бар ине. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп 37тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте. 38#Ишғ 52:9.Ошо ваҡытта Ханна, улар янына килеп, Алланы данлап, Йәрүсәлимдең ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп бирҙе.
39Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып китте. 40Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.
Ун ике йәшлек Ғайса Алла йортонда
41 #
Сығ 23:15, 17. Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына#2:41 Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала. бара торғайны. 42Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға китте. 43Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡты, ә үҫмер Ғайса Йәрүсәлимдә торҙо ла ҡалды. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәне, 44башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйланы. Бер көнлөк юлды үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башланылар. 45Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп, Йәрүсәлимгә кире килделәр. 46Өс көндән һуң Уны Алла йортонда килеп таптылар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултыра ине. 47Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалды. 48Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны.
– Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.
49– Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап бирҙе Ғайса.
50Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаны.
51Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы. 52Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды.
Currently Selected:
Лукас 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023