Башланмыш 20
20
Ибраһим менән Авимәләх
1Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне. 2Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимәләх, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты. 3Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине:
– Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.
4Ә Авимәләх Сараға әле ҡағылмаған ине.
– Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы ул. – Һин бер ни белмәгән ғәйепһеҙ халыҡты һәләк итерһеңме ни? 5Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!
6– Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым. 7Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.
8Икенсе көндә Авимәләх иртә менән торҙо ла, яҡын кешеләрен йыйып алып, ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе – барыһы ла бик ныҡ ҡурҡты. 9Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла:
– Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.
10Шунан Авимәләх Ибраһимдан:
– Һин быны ниндәй ниәт менән эшләнең? – тип һораны.
11– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. – 12Етмәһә, ул ысынлап та миңә һеңле лә – атайыбыҙ бер, тик әсәйебеҙ башҡа. Мин уға өйләндем. 13Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», – тинем.
14Авимәләх Ибраһимға һарыҡтар, һыйырҙар, ҡолдар һәм ҡолиәләр бирҙе, ҡатыны Сараны кире ҡайтарҙы.
15– Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, – тине.
16Ә Сараға ул былай тине:
– Ағайыңа мең көмөш бирәм, был һинең намыҫың таҙа икәнен күрһәткән бер бөркәнсек булһын һәм һәр кем ғәйепһеҙ икәнеңде белһен.
17Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы. 18Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.
S'ha seleccionat:
Башланмыш 20: БВЗ(н)
Subratllat
Comparteix
Copia
Vols que els teus subratllats es desin a tots els teus dispositius? Registra't o inicia sessió
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: