Башланмыш 21
21
Исхаҡтың тыуыуы
1Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы. 2Сара ауырға ҡалды һәм Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты. 3Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты. 4Ә һигеҙенсе көнөндә, Алла бойорғанса, уны сөннәткә ултыртты. 5Исхаҡ тыуғанда Ибраһимға йөҙ йәш ине.
6– Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.
7Тағы былай тине:
– Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!
8Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.
9Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улының Исхаҡтан көлгәнен күреп, 10Ибраһимға:
– Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине.
11Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды, сөнки Исмәғил дә үҙ улы ине бит. 12Әммә Алла уға былай тине:
– Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ. 13Йәриәңдең улынан да бер халыҡ барлыҡҡа килтерермен, сөнки ул да һинең тоҡомоң.
14Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты. 15Турһығындағы һыу ҙа бөттө. Ул балаһын бер ҡыуаҡ аҫтында ҡалдырҙы ла 16атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы. 17Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә:
– Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте. 18Тор, балаң янына бар ҙа уны етәкләп ал. Мин унан бер бөйөк халыҡ хасил итәсәкмен.
19Алла ҡатындың күҙҙәрен асты – Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тултырып алды, улына һыу эсерҙе.
20Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте. 21Ул Паран сүлендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе.
Ибраһим менән Авимәләх араһындағы килешеү
22Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине:
– Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора. 23Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.
24– Ант итәм, – тине Ибраһим. 25Әммә ул Авимәләхкә:
– Ҡолдарың минең бер ҡоҙоғомдо тартып алды, – тип зарланды.
26– Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, – тип яуапланы Авимәләх. – Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине.
27Шунан һуң Ибраһим, Авимәләхкә ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө. 28Ваҡ мал көтөүенән ете бәрәс һарыҡты алып айырым ҡуйҙы.
29– Ә был ете һарыҡты ниңә айырып ҡуйҙың? – тип һораны Авимәләх.
30– Ошо ете һарыҡты был ҡоҙоҡтоң минеке булыу билдәһе итеп ҡабул ит, – тип яуап бирҙе Ибраһим. – Уны мин ҡаҙыным.
31Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын Беер-Шәвәғ#21:31 Беер-Шәвәғ – йәһүд телендә «ант ҡоҙоғо» йәки «ете ҡоҙоҡ» тигән мәғәнәлә. тип аталды.
32Беер-Шәвәғтә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимәләх менән уның ғәскәр башлығы Пихол пелештиҙәр еренә ҡайтып китте. 33Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы. 34Ибраһим пелештиҙәр ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне.
S'ha seleccionat:
Башланмыш 21: БВЗ(н)
Subratllat
Comparteix
Copia
Vols que els teus subratllats es desin a tots els teus dispositius? Registra't o inicia sessió
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.