Башланмыш 9
9
Алланың Нух менән килешеү төҙөүе
1Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе:
– Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ. 2Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә. 3Ерҙә хәрәкәт иткән һәр бер йән эйәһе, үҫемлектәр кеүек үк, һеҙгә аҙыҡ булһын, уларҙың барыһын да һеҙгә бирәм. 4Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ. 5Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.
6Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын,
Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен,
Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.
7Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!
8Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине:
9-10– Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ һәм кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр менән килешеү төҙөйөм. 11Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса бынан һуң бер йән эйәһе лә туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ.
Алла тағы былай тине:
– Минең һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр: 13болоттарға йәйәмде – йәйғорҙо – элеп ҡуям, был Минең менән ер йөҙө араһында килешеү билдәһе булыр. 14Мин ер йөҙөнә ямғыр болото ебәреп, болот араһында йәйғор күренгән һайын, 15һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ. 16Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.
17– Минең ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, – тине Алла Нухҡа.
Нухтың улдары
18Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан улдары – Шем, Хам һәм Йәфәҫ. Хам – Ҡәнғәндең атаһы. 19Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.
20Нух ер эшкәртә башланы; беренсе булып йөҙөм баҡсаһы ултыртты. 21Бер саҡ Нух шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине. 22Ҡәнғәндең атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне. 23Шул саҡта Шем менән Йәфәҫ, яурындарына сәкмән һалып, аталарының сатырына арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне. 24Айнығып уянғас, кесе улының ни ҡылғанын белеп Нух 25былай тине:
– Ҡәһәр төшһөн Ҡәнғәнгә!
Ағаларының ҡолдарының ҡоло булһын!
26Йәнә әйтте:
– Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!
Ҡәнғән уға ҡол булһын.
27Алла Йәфәҫ биләмәләрен киң ҡылһын!
Шемдың сатырҙарында йәшәһен!
Ҡәнғән Йәфәҫкә ҡол булһын!
28Туфан ҡайтҡандан һуң, Нух өс йөҙ илле йыл йәшәне. 29Нух, йәмғеһе туғыҙ йөҙ илле йыл ғүмер кисереп, вафат булды.
S'ha seleccionat:
Башланмыш 9: БВЗ(н)
Subratllat
Comparteix
Copia
Vols que els teus subratllats es desin a tots els teus dispositius? Registra't o inicia sessió
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: