1
Лука 23:34
Инжил
[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
Vergleichen
Studiere Лука 23:34
2
Лука 23:43
Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
Studiere Лука 23:43
3
Лука 23:42
һәм Ғайсаға: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.
Studiere Лука 23:42
4
Лука 23:46
Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
Studiere Лука 23:46
5
Лука 23:33
«Баш һөйәге» тип аталған урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар.
Studiere Лука 23:33
6
Лука 23:44-45
Көн үҙәге була инде. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алған һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам иткән. Ҡояш тотолған һәм Алла Йортондағы шаршау уртаға йыртылған.
Studiere Лука 23:44-45
7
Лука 23:47
Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
Studiere Лука 23:47
Home
Bibel
Lesepläne
Videos