1
Матфей 13:23
Инжил
Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде, һәм кемдеңдер уңышы йөҙләтә, кемеһенекелер алтмышлата йә утыҙлата була.
Vertaa
Tutki Матфей 13:23
2
Матфей 13:22
Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.
Tutki Матфей 13:22
3
Матфей 13:19
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.
Tutki Матфей 13:19
4
Матфей 13:20-21
Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Tutki Матфей 13:20-21
5
Матфей 13:44
Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаш. Берәү уны тапҡан да ҡабат күмеп ҡуйған һәм, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған.
Tutki Матфей 13:44
6
Матфей 13:8
Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән.
Tutki Матфей 13:8
7
Матфей 13:30
Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Ураҡ өҫтөндә инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ“, – тип әйтермен».
Tutki Матфей 13:30
Koti
Raamattu
Suunnitelmat
Videot