Яхъя 1
1
«Һүҙ Кеше булды»
1Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған. 2Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.
3Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. 4Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған. 5Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.
6Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне. 7Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде. 8Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.
9Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде. 10Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. 11Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне. 12Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе. 13Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.
14Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
15Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.
16Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. 17Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. 18Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Яхъяның шаһитлыҡ ҡылыуы
19Йәһүд хакимдары Иерусалимдан руханиҙарҙы һәм левиттарҙы#1:19 Левий – Яҡубтың улдарының береһе. Алла әмере буйынса, Левий нәҫеленән булған кешеләр генә Алла Йортонда рухани ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уларҙы левиттар тип атағандар. Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул шундай шаһитлыҡ ҡылды:
20– Мин Мәсих түгел, – тип йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ белдерҙе ул.
21Улар:
– Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны.
– Юҡ, – тине Яхъя.
– Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме?
– Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.
22– Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡышты тегеләр. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең?
23– Мин – Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.
24Улар араһындағы фарисей#1:24-25 Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм. вәкилдәре:
25– Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын#1:24-25 Һыуға сумдырыу йолаһы – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола. башҡараһың? – тип һоранылар.
26Яхъя уларға:
– Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. 27Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе.
28Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Вифанияла булды. 29Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп:
– Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. 30– «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе. 31Мин Уның кем икәнлеген белмәй инем, ләкин, Уны Израиль халҡы белһен тип, һыуға сумдырырға килдем.
32Яхъя шаһитлыҡ ҡылды:
– Мин Уға күктән күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. 33Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. 34Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
35Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, 36үтеп барған Ғайсаны күреп:
– Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине.
37Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. 38Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе.
– Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан.
– Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.
39– Әйҙәгеҙ Минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине Ғайса уларға.
Сәғәт дүрт тирәһе ине. Шәкерттәр, Ғайса менән барып, Уның ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискәсә Уның янында булдылар.
40Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей ине. 41Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға:
– Беҙ Мәсихте (Мәсих#1:41 Мәсих – Алла тарафынан донъяны ҡотҡарыу өсөн һайланып май һөртөлгән Зат. Грек телендә «Христос». Алла ҡушыуы буйынса, Израиль батшаһын билдәләгәндә руханиҙар ул кешенең башына зәйтүн майы һөрткән булған. – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.
42Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап:
– Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.
43Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып:
– Миңә эйәр! – тине.
44Филипп та, Андрей менән Петр кеүек үк, Вифсаида ҡалаһынан ине.
45Ул Нафанаилды эҙләп табып:
– Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.
46Нафанаил иһә быға ҡаршы:
– Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы.
– Барайыҡ, үҙең күрерһең.
47Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында:
– Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
48– Һин мине ҡайҙан беләһең?
– Мин һине үҙеңде Филипп саҡырғанға тиклем үк инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
49Нафанаил Уға:
– Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.
50– Минең: «Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», тигәнем өсөн ышанаһыңмы? Бынан ҙурыраҡ нәмәләрҙе лә күрерһең әле, – тип Ғайса 51һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы#1:51 «Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә. янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.
נבחרו כעת:
Яхъя 1: BskNT14
הדגשה
שתף
העתק
רוצים לשמור את ההדגשות שלכם בכל המכשירים שלכם? הירשמו או היכנסו
© Институт перевода Библии, 2014