Матфей 1
1
Ғайсаның шәжәрәһе
1Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе. 2Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы; 3Йәһүҙә Фамарҙан тыуған Фарес һәм Зерахтың атаһы; Фарес Есромдың, Есром Арамдың, 4Арам Аминадавтың, Аминадав Наассондың, Наассон Салмондың, 5Салмон Рахавтан тыуған Воостың, Воос Руфтан тыуған Овидтың, Овид Иессейҙың, 6Иессей Дауыт батшаның атаһы ине;
Дауыт Урияның ҡатынынан тыуған Сөләймәндең, 7Сөләймән Ровоамдың, Ровоам Авияның, Авия Асаның, 8Аса Иосафаттың, Иосафат Иорамдың, Иорам Озияның, 9Озия Иоафамдың, Иоафам Ахаздың, Ахаз Езекияның, 10Езекия Манассияның, Манассия Амондың, Амон Иосияның атаһы ине; 11Израиль халҡы көсләп Вавилонға күсерелгән дәүерҙә Иосияның улы Иоаким һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.
12Вавилонға көсләп күсерелгәндән һуң Иоакимдың улы Салафиил тыуҙы. Салафиил Зоровавелдең, 13Зоровавель Авиудтың, Авиуд Елиакимдың, Елиаким Азорҙың, 14Азор Садоктың, Садок Ахимдың, Ахим Елиудтың, 15Елиуд Елеазарҙың, Елеазар Матфандың, Матфан Яҡубтың, 16Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.
17Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Вавилонға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм Вавилонға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.
Ғайсаның тыуыуы
18Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана. 19Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше#1:19 Тәҡүә кеше – Алланың һүҙен, Уның ҡушҡандарын теүәл үтәүсе. булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй. 20Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә.
– Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды. 21Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса#1:21 Ғайса – йәһүдсә «Йеһошуа»; был исемдең мәғәнәһе: «Раббы ҡотҡара». тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.
22Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:
23«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр
һәм ир бала табыр. Уға Еммануил
тип исем ҡушырҙар», –
тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
«Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
24Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә. 25Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.
Jelenleg kiválasztva:
Матфей 1: BskNT14
Kiemelés
Megosztás
Másolás
Szeretnéd, hogy a kiemeléseid minden eszközödön megjelenjenek? Regisztrálj vagy jelentkezz be
© Институт перевода Библии, 2014

: