Башланмыш 12
12
Ибрамдың саҡырылыуы
1Раббы Ибрамға былай тине:
– Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит. 2Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын,
Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен;
Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!
3Һиңә берәү фатихаһын бирһә,
Мин дә уға фатихамды бирермен!
Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен!
Ер йөҙөндәге барса халыҡтар
Һинең аша фатиха аласаҡ.
4Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине. 5Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто.
Ҡәнғәнгә килеп еттеләр. 6Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине. 7Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине:
– Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен.
Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне. 8Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы. 9Ибрам тағы юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.
10Был илдә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды. 11Мысырға етеп килгәндә, ҡатыны Сараяға былай тине:
– Мин беләм, һин бик матур ҡатынһың. 12Мысыр кешеләре, һине күрер ҙә: «Был уның ҡатыны», – тип мине үлтерер, һине тере ҡалдырыр. 13Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңлеһемен», – тип әйт. Һинең хаҡҡа мине лә яҡшы ҡабул итерҙәр, һәм мин дә иҫән ҡалырмын.
14Ибрам Мысырға килеп еткәс, Мысыр кешеләре, ысынлап та, Сараяның ифрат һылыу икәнен күрҙе. 15Ҡатынды күргән һарай әһелдәре уның матурлығы хаҡында фирғәүенгә еткерҙе. Сараяны фирғәүендең һарайына алдылар. 16Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте. 17Әммә Раббы Ибрамдың ҡатыны Сараяны үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның һарайындағы кешеләргә ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе. 18Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла:
– Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? – тине. – 19Ни өсөн уны һеңлем тип әйттең? Һинең һүҙеңә ышанып, мин уға өйләнергә булғайным. Бына ҡатының, ал да кит!
20Фирғәүен үҙенең кешеләренә әмер бирҙе һәм Ибрамды ҡатыны, бөтә мөлкәте менән оҙатып ебәрҙеләр.
अहिले सेलेक्ट गरिएको:
Башланмыш 12: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर गर्नुहोस्
कपी गर्नुहोस्
तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: