YouVersion लोगो
खोज आइकन

Яхъя 10

10
Ғайса – яҡшы көтөүсе
1– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡа аша түгел, башҡа юл менән инә, ул – ҡараҡ һәм юлбаҫар. 2Ә ҡапҡанан ингән кеше һарыҡтарға көтөүсе була. 3Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. 4Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, алдан атлай, һарыҡтары артынан эйәреп бара, сөнки уның тауышын таныйҙар. 5Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағас, унан ҡасып китәләр.
6Ғайса ошо кинәйәле хикәйәтте һөйләне, ләкин тыңлаусылар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.
7Ғайса иһә һүҙен дауам итте:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтар өсөн ҡапҡамын. 8#Йер 23:1; Зөл 34:2.Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9#Зәб 22:1-2.Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр. 10Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.
11 # Зәб 22:1; Ишғ 40:11; Зөл 34:11, 16. Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла. 12-13Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.
14-15Мин – яҡшы көтөүсемен. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн йәнемде фиҙа ҡылам. 16Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙемдең йәнемде ҡабаттан алыу өсөн бирәм. 18Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым.
19Был һүҙҙәр арҡаһында йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты. 20Араларынан күпселек:
– Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине.
21Башҡалары иһә:
– Былар – ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тинеләр.
Йәһүдтәрҙең Ғайсаны ҡабул итмәүе
22Ҡыш етте. Йәрүсәлимдә Яңырыу байрамы#10:22 Яңырыу байрамы – Йәрүсәлимдәге Алла йортоноң б.э.т. 165-се йылда яңынан асылыуын иҫкә алыу байрамы. ине. 23Ғайса Алла йорто янындағы Сөләймән айуаны буйлап йөрөгән саҡта, 24йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды.
– Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Әгәр Мәсих икәнһең, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр.
25Ғайса былай тип яуап бирҙе:
– Мин һеҙгә әйткәйнем инде, әммә һеҙ ышанманығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. 26Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ. 27Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. 28Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ, уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ. 29Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән дә бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. 30Мин һәм Ата – бербеҙ.
31Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.
32– Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.
33Йәһүдтәр Уға:
– Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.
34 # Зәб 81:6. Ғайса уларға шулай яуап бирҙе:
– Алланың «„Һеҙ – илаһтарһығыҙ“, – тинем Мин» тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? 35Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, 36«Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит. 37Әгәр Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ. 38Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың – Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.
39Улар Ғайсаны тағы эләктерергә тырыштылар, әммә Ул ҡулдарынан ысҡынып китеп барҙы.
40Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды. 41Уның янына килеүселәр күп булды, улар бер-береһенә:
– Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәгәйне, әммә Яхъяның Уның тураһында әйткәндәре бөтәһе лә дөрөҫ, – тине.
42Унда күптәр Ғайсаға инанды.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Яхъя 10: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्