YouVersion लोगो
खोज आइकन

Яхъя 11

11
Ғайсаның үлгән Әлғазарҙы терелтеүе
1Мәрйәм менән уның апаһы Марта йәшәгән Бейт-Әниә ауылында Әлғазар исемле бер кеше ауырып китте. 2Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәсе менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле – уларҙың ҡустылары ине.
3Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте».
4Ғайса быны ишеткәс:
– Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине.
5Ғайса Мартаны ла, уның һеңлеһе менән Әлғазарҙы ла ярата ине. 6Әммә Ул, Әлғазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, тағы ике көнгә тотҡарланды. 7Шунан һуң шәкерттәренә:
– Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине.
8Шәкерттәре Уға:
– Остаз, күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.
9Ғайса:
– Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөгән абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә. 10Төндә йөрөгән иһә абына, сөнки уның үҙендә яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы.
11Шунан һуң:
– Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.
12Шәкерттәре:
– Хакимыбыҙ, әгәр йоҡлаған булһа, һауығыр! – тинеләр.
13Ғайса Әлғазарҙың үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы. 14Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп:
– Әлғазар үлгән. 15Үҙемдең унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.
16Игеҙәк ҡушаматлы Томас шәкерттәргә:
– Әйҙәгеҙ, барайыҡ та Ғайса менән бергә үләйек, – тине.
17Бейт-Әниәгә килеп еткәс, Ғайса Әлғазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятҡанын белде. 18Бейт-Әниә Йәрүсәлимдән өс саҡрым#11:18 Өс саҡрым – грекса «ун биш стадия тирәһе». ғына алыҫлыҡта ине. 19Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.
20Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Марта Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды.
21– Хакимым, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине Марта. – 22Әммә мин беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк.
23– Ҡустығыҙ терелер, – тине уға Ғайса.
24 # Әйп 19:25-26; Ишғ 26:19; Днл 12:2. – Беләм, ул ҡиәмәт көнөндә, терелеү ваҡытында, тереләсәк.
25Ғайса:
– Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. 26Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.
27– Эйе, Хакимым! – тип яуапланы Марта. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.
28Шулай тигәндән һуң, Марта барып һеңлеһе Мәрйәмде саҡырҙы. Уға йәшереп кенә:
– Остаз бында, Ул һине саҡыра, – тине.
29Быны ишеткәс тә, Мәрйәм, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына китте. 30Ғайса ауылға инмәйенсә Марта менән осрашҡан ерҙә тора ине әле. 31Мәрйәмде йыуатып уның менән бергә өйҙә булған йәһүдтәр, йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбергә китте тип уйлап, артынан эйәрҙеләр.
32Мәрйәм Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп:
– Хакимым! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине лә Уның аяғына йығылды.
33Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып:
34– Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны.
Улар:
– Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр.
35Ғайса илап ебәрҙе.
36– Ҡарағыҙ, Ул Әлғазарҙы ҡалай яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр.
37Араларынан береһе:
– Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Әлғазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡала алмаҫ инеме икән? – тине.
38Ғайса, тағы ла нығыраҡ көйөнөп, ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.
39Ғайса:
– Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине.
– Хакимым, мәйет еҫләнгәндер инде, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит, – тине мәрхүмдең апаһы Марта.
40Ғайса уға:
– Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.
41Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап:
– Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – 42Мине һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде ошонда торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!
43Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән:
– Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине.
44Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса:
– Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.
Фарисейҙарҙың Ғайсаны үлтерергә ниәтләүе
45Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды. 46Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайсаның ғәмәлдәре тураһында һөйләп бирҙе.
47Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар:
– Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. 48Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.
49Араларынан береһе, ул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфас:
– Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! 50Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.
51-52Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш ҡаһин булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.
53Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы. 54Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Әфраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.
55Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, илдең төрлө төбәктәренән күп кеше Йәрүсәлимгә килде. 56Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫме икән ни?» – тип һораштылар.
57Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Яхъя 11: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्