YouVersion लोगो
खोज आइकन

Яхъя 8

8
Зина ҡылып тотолған ҡатын
1Ғайса Зәйтүн тауына китте. 2Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы. 3Шул арала ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килделәр. Ҡатынды уртаға сығарып, 4Ғайсаға:
– Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо. 5#Лев 20:10; Ҡнн 22:22.Ҡанунда Муса бындайҙарҙы таш менән бәреп үлтерергә ҡушҡан. Һин ни әйтерһең? – тинеләр.
6Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы. 7Тегеләр һаман ныҡышҡас, күтәрелеп уларға:
– Ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын! – тине лә, 8эйелеп, ергә яҙыуын дауам итте.
9Быны ишеткәс, башта өлкәндәр, унан башҡалары ла бер-бер артлы сығып китте. Ғайса менән уртала торған ҡатын ғына ҡалды.
10Ул күтәрелеп ҡараны ла:
– Һеңлекәш, башҡалар ҡайҙа? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме? – тине.
11Ҡатын:
– Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы.
– Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса#7:53–8:11 Был аяттар иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа юҡ, әммә улар элекке ваҡыттарҙан уҡ был китаптың шикһеҙ өлөшө һанала..
Ғайса – донъяға яҡтылыҡ
12Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште:
– Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
13– Һин Үҙең тураһында Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине Уға фарисейҙар.
14Ғайса уларға:
– Үҙемә Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, шаһитлығым хаҡ, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. – 15Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. 16Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен. 17#Ҡнн 19:15.Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән. 18Шулай итеп, Мин Үҙем тураһында Үҙем шаһитлыҡ итәм һәм Минең турала Мине ебәргән Атам шаһитлыҡ бирә.
19Ғайсанан:
– Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар.
Ғайса:
– Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.
20Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.
«Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ»
21Ғайса уларға йәнә:
– Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
22– Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр.
23Ғайса:
– Һеҙ – бынан, түбәндән, Мин – юғарынан. Һеҙ – был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы. 24– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул#8:24 Мин – Шул – был һүҙҙәрҙе «Мин Бар» йә «Мин Бар Булыусы» тип тә аңларға мөмкин һәм улар Алланың «Мин Бар Булыусы» тигән исеменә тап килә (ҡарағыҙ: «Сығыу», 3:14). икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.
25– Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан.
– Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. – 26Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәргәндән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.
27Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны. 28Ә Ғайса һүҙен дауам итте:
– Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң#8:28 Юғары күтәреү – Ғайса Мәсихте арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау күҙ уңында тотола. 19:6-сы аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ., Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмағанымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләгәнемде белерһегеҙ. 29Мине Ебәргән – Минең менән. Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.
30Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды.
Ибраһимдың балаларымы, Иблистекеме?
31Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә:
– Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. 32#Ишғ 42:6-7; 61:1.Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ, хәҡиҡәт иһә һеҙҙе азат итер, – тине.
33Уға:
– Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр. – Бер ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас, нисек Һин: «Азат булырһығыҙ», – тиһең?
34– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 35Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була. 36Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ. 37Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ. 38Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.
39Улар:
– Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе.
– Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ. 40Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни? 41Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса.
Тегеләр:
– Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ берәү генә: Ул – Алла, – тинеләр.
42Ғайса уларға былай тине:
– Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе. 43Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ. 44Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы. 45Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ. 46Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ? 47Кем – Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.
Ғайса һәм Ибраһим
48– «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.
49Ғайса:
– Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ. 50Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе – башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә. 51Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.
52– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәненә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең. 53Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?
54Ғайса:
– Мин Үҙемде Үҙем данлап күтәрһәм, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам шөһрәт бирә. 55Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам. 56Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе.
57Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә:
– Һиңә илле йәш тә юҡ бит әле, нисек итеп Ибраһимды күрҙең? – тинеләр.
58Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде#8:58 24-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ., – тип яуап бирҙе.
59Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Яхъя 8: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्