Лукас 14
14
Ғайсаның шәмбе көнө тураһында яуабы
1Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте. 2Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сиккән бер кеше килеп баҫты.
3– Ҡанун буйынса, шәмбе көндө дауаларға яраймы? – тип һораны Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.
4Тегеләре өндәшмәне. Ә Ғайса ауырыу кешене ҡосаҡлап алып һауыҡтырҙы ла өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. 5Шунан тегеләрҙән:
– Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла, шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме ни? – тип һораны.
6Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алманы.
Саҡырылған ҡунаҡтар хаҡында ҡисса
7Саҡырылған ҡунаҡтарҙың түрҙән урын һайлағанын күреп, Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне:
8 #
Хик 25:6, 7. – Берәү һине мәжлескә саҡырһа, иң түрҙәге урынға ултырма, һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал бит. 9Һине лә, уны ла саҡырған хужа, эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың. 10Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс, ишек янынан урын ал, шунда хужа, эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шунда башҡа ҡунаҡтар алдында баһаң артыр. 11Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
12Ғайса Үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәште:
– Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. 13Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, 14ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.
15Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе:
– Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тине.
16Ғайса иһә уға былай тине:
– Бер кеше, мул табын әҙерләп, күп ҡунаҡ саҡырған. 17Ашар мәл еткәс, ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә үҙенең хеҙмәтсеһен ебәргән. 18Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 19Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 20Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән. 21Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған да: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип хеҙмәтсеһен сығарып ебәргән. 22Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән. 23Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. – 24Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡты ауыҙ итә алмаҫ»#14:24 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «сөнки саҡырылғандар күп, һайлап алырлыҡтары иһә аҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар..
Ғайсаға эйәреү хаҡы
(Маҫ 10:37-38; 5:13; Мрк 9:50)
25Ғайса артынан күмәк халыҡ эйәрҙе, Ул боролдо ла былай тине:
26– Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай. 27Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай. 28Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй, ти. Ул, иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? 29Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргән һәр кем: 30«Был кеше төҙөй башланы ла тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр.
31Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме? 32Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрер ине.
33Шуның кеүек, һеҙҙең берегеҙ ҙә, бөтә нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.
Тәмен юғалтҡан тоҙ
34Тоҙ – яҡшы нәмә. Әммә тәмен юғалтһа, уны нисек ҡайтарырһың? 35Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
अहिले सेलेक्ट गरिएको:
Лукас 14: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर गर्नुहोस्
कपी गर्नुहोस्
तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: