Лукас 15
15
Аҙашҡан һарыҡ хаҡында ҡисса
(Маҫ 18:12-14)
1Ғайсаны тыңларға тип барлыҡ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр йыйылды. 2Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә:
– Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды.
3Ғайса уларға ошо ҡиссаны һөйләне:
4 #
Зөл 34:11-12, 16. – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни? 5#Ишғ 40:11.Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалып алып ҡайтыр. 6Өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер. 7Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.
Көмөш тәңкә хаҡында ҡисса
8Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе#15:8 Көмөш тәңкә – грекса «драхма». Бер драхма яҡынса бер динарға тиң булған. булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, өйҙө һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме ни? 9Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер. 10Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн Алла фәрештәләре лә шулай уҡ шатланыр.
Юғалған улдың кире ҡайтыуы хаҡында ҡисса
11Ғайса һүҙен дауам итте:
– Бер кешенең ике улы булған. 12Кинйәһе: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән. 13Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән. 14Ул бер нәмәһеҙ ҡалған, шунда был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм егет мохтажлыҡ кисерә башлаған. 15Ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән. 16Егет шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.
17Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам. 18#Зәб 50:6.Хәҙер үк ҡайтайым да: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым. 19Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған. 20#Зөл 33:11.Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған. 21Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән. 22Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ, 23һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ! 24Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.
25Атаның өлкән улы иһә был мәлдә ҡырҙа булған. Өйөнә ҡайтып етеп килгәндә, йыр-бейеү тауыштары ишеткән. 26Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» – тип һораған. 27«Һинең ҡустың ҡайтты, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуына ҡыуанып, атайың һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе. 28Өлкән улдың быға асыуы килгән, хатта өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас: 29«Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асыр өсөн һин миңә берәй тапҡыр кәзә бәрәсе лә биргәнең юҡ. 30Ә мал-мөлкәтеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» – тигән. 31Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымдаһың, минең булған бөтә нәмәм – һинеке. 32Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.
अहिले सेलेक्ट गरिएको:
Лукас 15: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर गर्नुहोस्
कपी गर्नुहोस्
तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023