Лукас 17
17
Иман һәм гонаһ
(Маҫ 18:6-7, 15, 21-22; Мрк 9:42)
1Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине:
– Гонаһҡа этәргән нәмәләр ҡотолғоһоҙ, әммә бүтәндәрҙе гонаһҡа этәреүсегә – ҡайғы. 2Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 3Ҡылған эштәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Туғаның һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. 4Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.
5Илселәр Раббы Ғайсаға:
– Иманыбыҙҙы арттыр, – тинеләр.
6Раббы Ғайса былай тине:
– Әгәр һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
7Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? 8Киреһенсә, уға: «Миңә киске аш әҙерлә, унан, билеңде быуып, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? 9Ҡушылғанды үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? 10Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ.
Махау сирле ун кешене һауыҡтырыу
11Ғайса, Йәрүсәлимгә барышлай, Самария һәм Галилея сиге буйлап үтте. 12#Лев 13:45-46.Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршыланы. Улар алыҫта уҡ туҡтап, 13көслө тауыш менән:
– Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырҙы.
14 #
Лев 14:2. Ғайса уларҙы күргәс:
– Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине.
Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды. 15Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та кире килеп, ҡысҡырып Алланы данланы, 16Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине. 17Шул саҡ Ғайса:
– Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? 18Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, сит ер кешеһенән башҡалары кире килмәнеме ни? – тип һораны. 19Ә теге әҙәмгә:
– Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.
Алла Батшалығы киләсәк мәл тураһында
(Маҫ 24:23-51)
20Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан киләсәге тураһында һораны.
– Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тине Ғайса. – 21«Бына, бында ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа.
22Ғайса шәкерттәренә былай тине:
– Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. 23Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр. Әммә һеҙ улар әйткән ергә бармағыҙ, улар артынан йүгермәгеҙ. 24Нисек йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтлап китә, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. 25Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.
26 #
Баш 6:5–7:1. Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ. 27Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. 28Лут көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. 29Әммә Лут Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.
30Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. 31Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ баҫыуҙа булған кеше лә өйөнә ҡайтмаһын. 32#Баш 19:23-26.Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. 34Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35-36Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр#17:35-36 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 36-сы аят та бар: «Баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр»..
37Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре:
– Хакимыбыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораны.
– Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тине Ғайса.
अहिले सेलेक्ट गरिएको:
Лукас 17: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर गर्नुहोस्
कपी गर्नुहोस्
तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023